8 декабрь, Кесе йома

28 июнь 2011 йыл, 15:03

Өфөлә Тәлғәт Тажетдин Ислам колледжы ҡарамағындағы балалар лагеры тәрбиәләнеүселәре менән осрашты

автор: Тимур Рәхмәтуллин

Бөгөн, 28 июндә, Өфөнөң Беренсе йәмиғ мәсетендә юғары мөфтөй, Рәсәй мосолмандары Үҙәк диниә назараты рәйесе Тәлғәт Тажетдин Мәрйәм Солтанова исемендәге Ислам колледжы ҡарамағындағы балалар лагеры тәрбиәләнеүселәре менән осрашты.

Ҡунаҡтарҙы янына ултыртып, мөфтөй уларға бәләкәй мосолмандар тормошоноң төрлө аспекттары тураһында аңлатты. Аллаһы Тәғәләгә һәм атай-әсәйгә ҡарата мөнәсәбәткә айырыуса иғтибар бирҙе. Аллаһы Тәғәләнең мәрхәмәте атай-әсәйгә булған мөнәсәбәт менән бәйле, тип аңлатты Тәлғәт Тажетдин.

— Атай-әсәйҙәрегеҙ һеҙҙән ҡәнәғәт булһа, Алла ла һеҙҙән ҡәнәғәт булыр, — тине ул.

Шулай уҡ юғары мөфтөй балаларға ислам динен бөтә илгә тарата башлаған ҡала – Болғарға сәйәхәт ҡылыуы хаҡында бәйән итте, «Аллаһы Тәғәләнән башҡа Алла юҡ» тигән ғәрәп телендәге яҙыуы булған Рәсәй мосолмандары Үҙәк диниә назаратының байрағын күрһәтте. Был һүҙҙәр – ожмах асҡысы, тик уларҙы ҡабатлап әйтеүҙән тыш, был һүҙҙәрҙе Хоҙайға ышаныу һәм изге эштәр менән нығытыу ҙа зарур, тип аңлатты Тәлғәт Тажетдин.

Хушлашҡанда мөфтөй балаларға календарҙар бүләк итте. Ҡәнәғәт ҡалған балалар йылы осрашыу һәм ҡыҙыҡлы һөйләшеү өсөн Тәлғәт Тажетдинға рәхмәт әйтте һәм дин талап иткәнсә атай-әсәйҙәренә иғтибарлы һәм ихтирамлы булырға һүҙ бирҙе.

Шуны ла әйтергә кәрәк, бынан алда Ислам колледжы ҡарамағындағы лагерь тәрбиәләнеүселәре Башҡортостан Республикаһы мосолмандарының Диниә назараты рәйесе Нурмөхәмәт Ниғмәтуллин менән дә осрашҡайны.

темалар: балалар, дин