Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 59.63

EUR 70.36

20 ноябрь, Дүшәмбе

Уфа   °

Жәлил Кейекбаевҡа бағышланған юбилей саралары башланды

Йәмғиәт

Башҡортостан Хөкүмәтенең «Билдәле башҡорт ғалимы-төркиәтсе, яҙыусы һәм йәмәғәт эшмәкәре Жәлил Ғиниәт улы Кейекбаевтың тыуыуына 100 йыл тулыуға бағышланған сараларҙы әҙерләү һәм үткәреү тураһында»ғы ҡарарға ҡул ҡуйылды.

Юбилей саралары сиктәрендә «Профессор Жәлил Кейекбаев һәм уның Урал-Алтай һәм төрки филологияһы үҫешенә индергән өлөшө» халыҡ-ара фәнни-ғәмәли конференция үткәреү планлаштырыла. Шулай уҡ профессорҙың фәнни хеҙмәттәре йыйынтыҡтары донъя күрәсәк, «Урман әкиәттәре» китабы нәшер ителәсәк.

Жәлил Кейекбаевҡа арналған китап уҡыусылар конференциялары, тематик кисәләр һәм күргәҙмәләр үтәсәк. 28 июндә Туймазы районында билдәле ғалимдың тормошона һәм ижадына бағышланған ХIII Республика «Урал-батыр» эпосын яттан һөйләү буйынса йәш сәсәндәр бәйгеһе уҙасаҡ.  

Юбилей сараларын әҙерләү һәм үткәреү буынса ойоштороу комитетын БР Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары Зөһрә Рәхмәтуллина етәкләй, тип хәбәр итә республика Хөкүмәтенең матбуғат хеҙмәте.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть