Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 58.93 ↓

EUR 68.66 ↓

22 июль, Шәмбе

Уфа   °

Башҡортостанда сифат өлкәһендә БР Президенты Премияларына дәғүә итеүгә конкурс иғлан ителде

Иҡтисад

Башҡортостанда 2011 йылда сифат өлкәһендә республика Президенты Премияларына дәғүә итеүгә конкурс иғлан ителде. БР Стандартлаштырыу, метрология һәм сертификация үҙәгенең матбуғат хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, конкурста ҡатнашыуға заявкалар ағымдағы йылдың 1 авгусынан да һуңға ҡалмайынса БР Стандартлаштырыу, метрология һәм сертификация үҙәгендә ҡабул ителә. Конкурсҡа әҙерләнәсәк материалдарға талаптар ведомствоның рәсми сайтында урынлаштырылған (www.bashtest.ru).

Башҡортостан Республикаһы сифат өлкәһендә премия булдырған Рәсәйҙең һанаулы төбәктәренең береһе. Быйылғы конкурс – юбилейлы, унынсы тапҡыр ойошторола. Премиялар йыл һайын конкурс нигеҙендә тауар һәм күрһәтелгән хеҙмәттәр сифаты өлкәһендә һиҙелерлек һөҙөмтәләргә өлгәшкән, тауар һәм хеҙмәттәренең хәүефһеҙлеген тәьмин иткән, сифат менеджментының юғары һөҙөмтәле алымдарын ҡулланылышҡа индергән ойошмаларға бирелә.

Хәтерегеҙгә төшөрәйек, республиканың алты ойошмаһы 2010 йылдағы премиялар лауреаттары булғайны.  Улар «Синтез-Каучук», «Нефтекама автозаводы», «Полиэф» асыҡ акционерҙар йәмғиәттәре, Мәләүез тимер-бетон конструкциялар заводы, Нефтекама нефть колледжы һәм Бәләбәй һөт комбинаты. Ете предприятие икенсе һәм өсөнсө дәрәжәләге дипломдар алды.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть