2 декабрь, Йома

28 июнь 2011 йыл, 12:46

Башҡортостанда «2011-2015 йылдарға урмандарҙы янғындарҙан һаҡлау» республика маҡсатлы программаһы ҡабул ителде

автор: Сергей Захаров

Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры Азамат Илембәтов «2011-2015 йылдарға урмандарҙы янғындарҙан һаҡлау» республика маҡсатлы программаһын раҫланы.  

Документ системалы саралар комплексынан тора. Уларҙы тормошҡа ашырыу республикалағы урман хужалығының тотороҡло үҫешен тәьмин итеүгә, ағас әҙерләү һәм ағас эшкәртеү сәнәғәтен үҫтереүгә уңайлы шарттар булдырыуға мөмкинселек бирәсәк.

Программаны финанслауҙың дөйөм күләме — 808,4 млн. һум. Уны ғәмәлгә ашырыуға федераль бюджеттан -  320,4 млн. һум, республика бюджетынан – 428,7 млн. һум, бюджеттан тыш сығанаҡтарҙан 59,3 млн. һум бүленәсәк, тип хәбәр итә Башҡортостан Хөкүмәтенең матбуғат хеҙмәте.

Белешмә өсөн. Республика урмандарының дөйөм майҙаны — 6,3 млн. гектар, икенсе төрлө әйткәндә, уның территорияһының 44,1 процентын урмандар ҡаплаған.  Ауыл хужалығы тәғәйенләнешендәге ерҙәрҙән урмандар биләгән майҙандар 144,6 мең гектарҙы тәшкил итә. Айырым һаҡланған тәбиғәт биләмәләре республика территорияһының 382,9 мең гектарын (2,7%) алып тора. Һуңғы өс йылда урмандарҙа 1046 янғын үткән: матди зыян 26,7 млн. һумға барып баҫһа, Башҡортостандың урман хужалығына дөйөм зыян 69 млн. һумдан ашҡан.