Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 59.60 ↑

EUR 63.23 ↓

17 ғинуар, Шишәмбе

Уфа   °

Бөгөн Башҡортоcтан мосолмандары Миғраж кисен билдәләйәсәк

Сәйәсәт

Бөгөн, 29 июнгә ҡарай төндә (мосолмандарҙың Рәжәб айының 27-се көнөнә ҡарай), мосолмандар Миғраж – Мөхәммәт пәйғәмбәрҙең күккә күтәрелеү кисен билдәләйәсәк.

Был төндә ике ваҡиға була: пәйғәмбәребеҙ Мәккәнән Ҡотдосҡа килә һәм ете ҡат күккә аша.

Риүәйәткә ярашлы, төндә Мөхәммәт пәйғәмбәребеҙгә Ябраил фәрештә килә һәм Ҡотдосҡа сәйәхәт ҡылырға тәҡдим итә. Ҡотдос ҡалаһының Әл-Аҡса мәсетендә ул Ибраһим, Муса, Ғайса пәйғәмбәрҙәр менән осрашып, улар менән намаҙ уҡый. Унан һуң Ябраил фәрештә менән күккә күтәрелә. Мөхәммәт үҙе әйткәненсә, күктең беренсе ҡатында Әҙәм уға күк ҡапҡаларын аса, икенсе ҡатында уға — Яхъя һәм Ғайса, өсөнсөһөндә — Йософ, дүртенсеһендә — Иҙрис, бишенсеһендә — Һарун, алтынсыһында – Муса, етенсеһендә Ибраһим пәйғәмбәрҙәр осрай. Күктең бөтә ҡаттарын үтеп, ул Аллаһы Тәғәлә менән осраша һәм уның менән һөйләшә. Был юлда пәйғәмбәргә ожмах менән тамуҡты күрһәтәләр, шулай уҡ ул Аллаһы Тәғәләнән, мосолмандар биш тапҡыр намаҙ уҡырға тейеш, тигән әмер ала. Мәккәгә кире ҡайтҡас, уның сәйәхәте бер мәл генә дауамында булғаны асыҡлана. Хатта юлға сығыр алдынан пәйғәмбәр ҡолатҡан һауыттан һыу ҙа ағып бөтмәгән була.

Ҡағиҙә булараҡ, Миғраж кисенә тиклем көн дауамында, ҡояш байығанға тиклем, мосолмандар ураҙа тота. Ҡояш байыу менән Миғраж төнө башлана. Был ваҡытты ғибәҙәт ҡылып үткәрәләр. Мосолмандар мәсеттә йыйылып, пәйғәмбәрҙең күккә күтәрелеү тарихын һөйләйҙәр, намаҙ, Ҡөръән аяттары уҡыйҙар һәм һый-ниғмәт әҙерләйҙәр.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть