4 декабрь, Йәкшәмбе

28 июнь 2011 йыл, 10:05

Өфөлә Сауд Ғәрәбстаны һәм Башҡортостан предприятиелары вәкилдәренең кәңәшмәһе үтте

автор: Любовь Колоколова

Кисә Башҡортостан Республикаһы Сауҙа-сәнәғәт палатаһында Сауд Ғәрәбстаны Короллеге компанияларының вәкилдәре ҡатнашлығында кәңәшмә үтте. Әл-Заһрани, Мехта, Атраш әфәнделәр республиканың Сауҙа-сәнәғәт палатаһы ағзалары – предприятиелар вәкилдәре менән осрашты.

БР Сауҙа-сәнәғәт палатаһының матбуғат хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, кәңәшмәлә нефть табыу, углеводородлы сеймалды транспортировкалау һәм һаҡлауға бәйле ҡоролмалар төҙөлөшө өлкәләрендәге эштәрҙе Башҡортостан белгестәре менән башҡарыу мөмкинлеге, Сауд Ғәрәбстаны территорияһындағы аэропорттарҙа һауа судноларын яғыулыҡ менән тәьмин итеү системаларын төҙөү мәсьәләһе тикшерелде.

Сауд Ғәрәбстаны Короллеге вәкилдәре фекеренсә, үткәрелгән тендерҙарҙа еңеүгә Башҡортостан нефтселәренең бөтә мөмкинлеге лә бар.