8 декабрь, Кесе йома

28 июнь 2011 йыл, 9:46

Милли банктың күсмә ҡабул итеүҙәре Әбйәлил районында башлана

автор: Әлфиә Шәрәфетдинова

Бөгөн, 28 июндә, Башҡортостандың Әбйәлил районы үҙәге Асҡарҙа банк хеҙмәте буйынса консультация үткәреләсәк. Сараны коммерция кредит ойошмаларынан коллегалары менән берлектә БР Милли банкы белгестәре алып барасаҡ.

Банк хеҙмәткәрҙәре менән осрашыуға урындағы һәм яҡын-тирәләге ауылдар халҡы, шулай уҡ йәмәғәт ойошмалары, уҡыу йорттары һәм эшлекле даирә вәкилдәре саҡырыла.

Финанс консультанттар ҡулланыусыларҙы кредитлау, эшҡыуарлыҡҡа, шәхси ярҙамсы хужалыҡ һәм торлаҡ төҙөлөшөн үҫтереүгә ярҙам саралары һәм башҡалар тураһында тулы мәғлүмәт бирәсәк.

Асҡар ауылындағы был сара Башҡортостандың Көньяҡ урал райондарындағы күсмә ҡабул итеүҙәр серияһын асасаҡ. Иртәгә, 29 июндә, бындай осрашыу — Баймаҡ ҡалаһында, 30 июндә Хәйбулла районының Аҡьяр ауылында үтәсәк, тип хәбәр иттеләр БР Милли банкыһының матбуғат хеҙмәтенән.

Ҡабул итеүҙәр халыҡтың финанс яҡтан мәғлүмәтлелеген арттырыу һәм 2011–2015 йылдарға Көньяҡ Уралдың социаль-иҡтисади үҫеше программаларына ярашлы үткәрелә.