Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 57.63

EUR 61.44

20 февраль, Дүшәмбе

Уфа   °

Рөстәм Хәмитов электр энергияһына тарифтар үҙгәреүе ихтималлығына алдан уҡ әҙерләнергә тәҡдим итте

Сәйәсәт

Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов, Рәсәй Президентының Волга буйы федераль округындағы тулы хоҡуҡлы вәкиле ҡарамағындағы Совет ултырышында сығыш яһап, электр энергияһына тарифтар үҙгәреүе ихтималлығына мониторинг үткәрергә тәҡдим итте.

— 2011 йыл беҙҙе бәләнең көтмәгәндә килеүенә — тарифтарҙың 30-40 процентҡа күтәрелә алыуына өйрәтте, — тине ул.

Бындай хәл булмаһын өсөн тарифтар үҙгәреү ихтималлығына төбәктәр алдан уҡ әҙерләнергә тейеш. Рөстәм Хәмитов Советҡа тарифтарҙың 2012 йылда нисек үҙгәреүен хәҙерҙән үк анализларға тәҡдим итте. Ул, шулай уҡ, электр энергетикаһы өлкәһендә һуңғы арала торған һайын ҡатмарлыраҡ, ябай кешеләр өсөн аңлайышһыҙ процестар барыуын билдәләне.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть