9 декабрь, Йома

27 июнь 2011 йыл, 18:11

Санкт-Петербургта территорияларҙы комплекслы үҙләштереү проекттары конкурсы үтәсәк

автор: Рәсүл Хәмиҙуллин

Башҡортостандың төҙөлөш һәм архитектура ойошмалары дөйөм Рәсәй территорияларҙы комплекслы үҙләштереү проекттары конкурсында ҡатнашырға саҡырыла. Ғаризаларҙы Рәсәй Федерацияһының Төбәк үҫеш министрлығы ҡабул итә. Территорияларҙы комплекслы үҙләштереү проекттарын бойомға ашырыуҙың иң яҡшы практикалары тәжрибәһен таратыу һәм һөҙөмтәлелеген күтәреү был сараны үткәреүҙең төп маҡсаты булып тора.

Территорияларҙы комплекслы үҙләштереү проекттарының иң яҡшылары «Арзан торлаҡ баҙары үҫешенә өлөш индергән өсөн», «Арзан торлаҡ мәсьәләһен һөҙөмтәле хәл иткән өсөн», «Территориаль үҫештең экологик яҡтан таҙа булыуын һәм энергияны һаҡсыл тотоноуын арттырғаны өсөн», «Проекттың коммуналь һәм социаль инфраструктура объекттары менән тәьмин ителеү кимәле өсөн» кеүек дүрт номинацияла билдәләнәсәк. Бынан тыш конкурс ҡағиҙәләре «Территория үҫешен тәьмин итеүсе иң яҡшы комплекслы инвестиция проекты өсөн» тип аталған юғары дәрәжәле дипломды күҙ уңында тота. Ул бөтә номинацияларҙа алынған һөҙөмтәләргә таянып биреләсәк.

Сараның ойоштороусоһо булып Рәсәй Федерацияһының Төбәктәр үҫеше министрлығы һәм Санкт-Петребург Хөкүмәте ярҙамында «Идарасылар һәм девелоперҙар гильдияһы» коммерцияға ҡарамаған партнерлыҡ сығыш яһай.

Рәсәй Федерацияһының Төбәктәр үҫеше министрлығы мәғлүмәте буйынса, дөйөм Рәсәй территорияларҙы комплекслы үҙләштереү проекттары конкурсында ҡатнашыу өсөн ғаризалар ағымдағы йылдың 15 авгусына тиклем ҡабул ителә. Заявкалар экспертизаһы 31 авгусҡа тиклем дауам итәсәк. Йомғаҡтар 1 сентябрҙә яһаласаҡ. Бөтә номинациялар буйынса еңеүселәр PROEstate V Халыҡ-ара инвестиция форумы сиктәрендә 7 сентябрҙә билдәләнәсәк. Форум майҙансығында территорияларҙы комплекслы үҙләштереү буйынса Рәсәйҙең иң яҡшы проекттары тәҡдим ителгән экспозиция үтәсәк.