8 декабрь, Кесе йома

27 июнь 2011 йыл, 17:49

Башҡортостан йылғаларында һыу кимәле арта

автор: Галина Бахшиева

Ҡойма ямғырҙар арҡаһында һуңғы биш көндә Башҡортостандың баш ҡалаһы янында Ағиҙел йылғаһындағы һыу кимәле дүрт сантиметрға күтәрелде. Шакша биҫтәһендә Ҡариҙел йылғаһы 13 сантиметрға артты, тип хәбәр итте «Башинформ» агентлығына Кама бассейны һыу идаралығының БР буйынса һыу ресурсы бүлеге баш белгес-эксперты Әхтәм Ғәббәсов.

— Быйыл беҙгә ямғырҙар ныҡ ярҙам итте. Миҫал өсөн, Стәрлетамаҡ янында Ағиҙел йылғаһы кимәле һуңғы биш көндә ун сантиметрға күтәрелде. Әлеге ваҡытта бында секундына 52 кубометр һыу тотонола. Республиканың көньяҡ сәнәғәт узелы ҡулланыусыларын йәки, икенсе төрлө әйткәндә, Стәрлетамаҡ, Салауат, Ишембай, Мәләүез һәм Күмертау ҡалаларын тәьмин итеү өсөн норма буйынса ағымдың кәм тигәндә секундына 40 кубометр булыуы шарт. Аҙ һыулы йылдарҙа беҙгә Нөгөш һәм Йомағужа һыуһаҡлағыстары ярҙамына иҫәп тоторға тура килә торғайны. Әлегә иһә, ошо арала үткән ямғырҙар арҡаһында, ҡалаларҙы тәбиғи ағым һыуҙары иҫәбенә тәьмин итеп торабыҙ. Республиканың бөтә йылғаларында ла ошондай хәл күҙәтелә, — тине Әхтәм Ғәббәсов.

Грунт һыуҙарына килгәндә иһә, уларҙың кимәле Башҡортостан буйынса уртаса алғанда уҙған йыл менән сағыштырғанда кәм тигәндә 30 сантиметрға юғарыраҡ.