Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 59.65 ↓

EUR 66.67 ↑

24 июнь, Шәмбе

Уфа   °

Башҡортостанда 135 мең тонна сенаж әҙерләнгән

Иҡтисад

Башҡортостан аграрийҙары 27 июнгә ҡарата ҡышҡылыҡҡа 135 мең тонна сенаж һәм 16 мең тонна бесән әҙерләне. Үлән сабыу дауам итә. БР Ауыл хужалығы министрлығы мәғлүмәтенә ярашлы, беренсе «йәшел ураҡ» 87 мең гектар майҙанда үткәрелгән (планға ҡарата 8%). Дүртөйлө (20%), Бүздәк, Күгәрсен (планға ҡарата 16-шар процент) райондары – алдынғы урындарҙа.

Малсылыҡты иң күп мал аҙығы менән Баймаҡ районы хужалыҡтары тәьмин иткән: улар 1,7 мең тонна бесән әҙерләгән. Көйөргәҙе районында бесән запасы 1,4 мең тонна тәшкил итә.

Стәрлетамаҡ районында иң күп сенаж һалынған – 14,5 мең тонна (планға ҡарата 15%), Дүртөйлөлә — 13 мең тонна (9%). Ауырғазы һәм Ҡырмыҫҡалы райондарында ла бесән сабыу ырамлы бара.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть