7 декабрь, Шаршамбы

27 июнь 2011 йыл, 15:59

Пермдә Рәсәй Президентының Волга буйы федераль округындағы тулы хоҡуҡлы вәкиле ҡарамағындағы Совет ултырышы асылды

автор: Евгений Рәхимҡолов

Пермдә Рәсәй Президентының Волга буйы федераль округындағы тулы хоҡуҡлы вәкиле ҡарамағындағы Совет ултырышы асылды.

Ултырышта ҡатнашыу өсөн Пермгә Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов килде. Ултырыш Рәсәй Президентының Волга буйы федераль округындағы тулы хоҡуҡлы вәкиле Григорий Рапота рәйеслегендә үтә. Федераль министрлыҡ һәм ведомстволар вәкилдәре, округтың бер нисә төбәге башлыҡтары Волга буйы федераль округындағы энергетика комплексы үҫешенең перспективаларын тикшерәсәк.

Әлеге ултырыш темаһы бынан алдағы видеоконференция режимында үткән Совет ултырышында билдәләнгәйне. Григорий Рапота һүҙҙәренсә, бөгөн көн тәртибенә сығарылған мәсьәлә Волга буйы федераль округындағы бар төбәктәр өсөн дә көнүҙәк.

— Бөгөн округ өлөшөнә Рәсәйҙә электр энергияһын ҡулланыуҙың 18 проценты һәм илдәге электр станциялары ҡеүәттәренең яҡынса 20 проценты тура килә, — тине Григорий Рапота, ултырышты асып. – Рәсәй нефтенең 21 проценты беҙҙә табыла һәм бында 41 процент самаһы нефть эшкәртеү ҡеүәттәре тупланған.  Шул уҡ ваҡытта 2020 йылға тиклем округта электр энергияһын файҙаланыу йылына 2,3 – 2,8 процентҡа үҫәсәк, ә ә электр энергияһын етештереү бынан күпкә кәмерәккә артасаҡ, тип күҙаллана.

Бындай перспектива һөҙөмтәһендә, Григорий Рапота фекеренсә, энергияны ҡулланыу һәм етештереү араһында дисбаланс барлыҡҡа килеүе ихтимал. Быны булдырмаҫ өсөн, энергияны һаҡсыл файҙаланыу практикаһын индерергә, электр селтәрҙәре торошон яҡшыртырға кәрәк. Ултырышта ҡатнашыусылар тап ошо мәсьәләләрҙе тикшерергә ниәтләй ҙә инде. Бынан тыш, улар электр энергияһын ҡулланыусы барлыҡ производстволарҙы ла энергетик хеҙмәтләндереү, эске тулайым продукт етештереүгә энергия сығымдарын кәметеү, нефть тармағы проблемалары, бензин һәм дизель яғыулығына хаҡтар тураһында ла һөйләшәсәк.