11 декабрь, Йәкшәмбе

27 июнь 2011 йыл, 15:50

Эшҡыуарҙар төҙөлөш өлкәһендәге электрон аукциондарға ыңғай баһа бирҙе

автор: Любовь Колоколова

2011 йылдың июнь айында Рәсәйҙең Монополияға ҡаршы федераль хеҙмәте төҙөлөш өлкәһендәге эшҡыуарҙарҙан һорау алыу үткәрҙе. Өс электрон майҙансыҡта үткәрелгән һорау алыуҙа 2132 төҙөлөш ойошмалары ҡатнашты.

Рәсәйҙең монополияға ҡаршы ведомствоһының матбуғат хеҙмәте билдәләүенсә, һорау алыу һөҙөмтәләре түбәндәгесә булды: эшҡыуарҙарҙың 59 проценты электрон аукцион төҙөлөш заказдарында ҡатнашыу мөмкинлеген арттырҙы, тип белдерә; 21 проценты — мөмкинлектәр ҡыҫҡартылды, һәм 20 проценты электрон аукциондарҙы ҡулланылышҡа индереү хәлде бер нисек тә үҙгәртмәне, тип иҫәпләй.

Эшҡыуарҙарҙың 51 проценты төҙөлөш, реконструкция, капиталь һәм ағымдағы ремонт өлкәләрендә коррупция кимәленең түбәнәйеүен билдәләһә, 42 проценты хәл үҙгәрешһеҙ ҡалды, тип, ә бәләкәй бизнес вәкилдәренең 7 проценты коррупция кимәле күтәрелде, тип иҫәпләй.

Һорау алыуҙа ҡатнашыусы төҙөлөш компанияларының 61 проценты төҙөлөш өлкәһендәге электрон аукциондар яҡлы булыуын белдерҙе, был, Рәсәйҙең Монополияға ҡаршы федераль хеҙмәте фекеренсә, дәүләт заказы реформаһы үҫешенең дөрөҫ йүнәлештә булыуын иҫбатлай.

«Үткәрелгән һорау алыу электрон аукциондарҙың эшҡыуарҙарҙың дәүләт заказына бер тигеҙ рөхсәт алыуына булышлыҡ итеүе, илдең дәүләт заказы өлкәһендә коррупция хәүефен кәметеүе һәм берҙәм иҡтисади киңлек формалаштырыуы хаҡында иҫбатлай», — тип белдерҙе Рәсәйҙең Монополияға ҡаршы федераль хеҙмәтенең дәүләт заказы буйынса контроль идаралығы рәйесе Михаил Евраев.