9 декабрь, Йома

27 июнь 2011 йыл, 14:23

Автоинспекция начальнигы үҙенең блогындағы комментарийҙарҙың дүрттән өс өлөшөн юйып барырға мәжбүр

автор: Ольга Мортазина

БР буйынса Эске эштәр министрлығының ЮХХДИ идаралығы етәксеһе Динар Ғилметдинов «Башинформ»да үткән брифингыла журналистарға үҙенең блогындағы нормаға һыйышлы булмаған лексиканан торған комментарийҙарҙы юйыуы хаҡында һөйләне.

— Бөгөн автоинспекция водителдәр менән замансараҡ алымдар ярҙамында, Интернет аша аралашырға тырыша. Шәхсән миңә водителдәр ауыр проблемалары хаҡында яҙа. Әммә улар яҙғандың 70 процентын халыҡҡа сығармаҫҡа тура килә, сәнки унда цензураһыҙ һүҙҙәр ҡулланыла.

Республика автоинспекцияһы начальнигы хәбәр итеүенсә, Идаралыҡ сайтына (http://02.gibdd.ru/ ) көн һайын йөҙгә яҡын мөрәжәғәт килә. Водителдәр үҙҙәренең ялыуҙары һәм ғаризалары яҙмышы хаҡында һораша, юлдар торошо арҡаһында борсола, үҙҙәре күргән проблемалар хаҡында һөйләй.