Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 59.27 ↓

EUR 69.66 ↑

21 ноябрь, Шишәмбе

Уфа   °

Өфө ғилми үҙәгенең Этнологик тикшеренеүҙәр институтына Рәил Кузеев исеме бирелде

Йәмғиәт

Рәсәй Фәндәр академияһы Өфө ғилми үҙәгенең Этнологик тикшеренеүҙәр институтына Рәил Кузеев исеме бирелде.

Рәсәй Фәндәр академияһы Президиумының тәғәйен Ҡарарында әйтелеүенсә, «Башҡортостан Республикаһында этнос-ара мөнәсәбәттәрҙе нығытыуға, Башҡортостан халыҡтарының милли мәҙәниәтен үҫтереүгә тос өлөш индергән, Археология һәм этнография музейын ойоштороусыларҙың береһе, РСФСР-ҙың атҡаҙанған фән эшмәкәре, Рәсәй Фәндәр академияһының ағза-корреспонденты, Рәсәй халыҡтары этнографияһын һәм тыуған яҡты өйрәнеү өлкәһендәге олуғ Рәсәй ғалимы Рәил Ғүмәр улы Кузеевтың иҫтәлеген мәңгеләштереү маҡсатында,  Рәсәй Фәндәр академияһы Президиумы Рәсәй Фәндәр академияһы Өфө ғилми үҙәгенең Этнологик тикшеренеүҙәр институтына Рәсәй Фәндәр академияһының ағза-корреспонденты Р.Ғ. Кузеев исемен бирергә һәм уны ошо көндән алып Рәсәй Фәндәр академияһы Өфө ғилми үҙәгенең Р.Ғ.Кузеев исемендәге Этнологик тикшеренеүҙәр институты учреждениеһы тип атарға ҡарар итте».

Теги: хәтер
Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть