9 декабрь, Йома

27 июнь 2011 йыл, 13:09

Йәштәр көнөндә төп байрам саралары Салауат Юлаев майҙанында үтәсәк

автор: Әлфиә Әһлиуллина

Байрам көнөндә, 27 июндә, йәштәр өсөн төп байрам саралары 19 сәғәттән алып 23 сәғәткә тиклем Салауат Юлаев майҙанында үтәсәк. Унда йәштәр ялының йонг, сокс, скейтбодинг, велоспорт, ролик спорты, граффити, бард йыры, тарихи реконструкция кеүек төрлө мәҙәни-спорт йүнәлештәренең күрһәтмә сығыштары ойоштороласаҡ. Шулай уҡ йәштәр төркөмдәре ҡатнашлығындағы концерт программаһы, КВН командалары сығышы ҡаралған. Бөтә Рәсәй йәштәр көнө республиканың билдәле ди-джейҙары үткәргән дискотека менән тамамланасаҡ.

Иртә торорға яратыусылар өсөн профессиональ фитнес тренерҙары байрам көнөндә «Каруанһарай» сауҙа-эш комплексы алдында «Zarяdka-party» үткәрҙе. Уны Өфөнөң Киров районы хакимиәте белгестәре ойошторҙо. БР Йәштәр сәйәсәте һәм спорт министрлығы, үҙ сиратында, шунда уҡ Салауат Юлаевҡа бағышланған Республика ижади конкурс һөҙөмтәләре буйынса күргәҙмә үткәрәсәк. Уның аҙағында конкурста еңеүселәрҙе бүләкләү тантанаһы буласаҡ, тип хәбәр итә «Башинформ» агентлығына ведомствоның матбуғат хеҙмәте.