6 декабрь, Шишәмбе

27 июнь 2011 йыл, 13:07

Башҡортостан эҙәрмәндәре – халыҡ-ара күргәҙмәлә яҡшылар рәтендә

автор: Тимур Рәхмәтуллин

Мәскәүҙә үткәрелгән «Мемориал-2011» халыҡ-ара күргәҙмәһендә Башҡортостан Республикаһы Эҙәрмәндәр отрядтары төбәк йәмәғәт фонды «Хәбәрһеҙ юғалған ватанды һаҡлаусыларҙы эҙләүҙең инновацион технологиялары» экспозицияһы менән 105 ҡатнашыусы араһында ике беренсе урын яуланы һәм дипломдар, миҙалдар алды. Был хаҡта «Башинформ» агентлығына БР эҙәрмәндәр отрядының төбәк йәмәғәт фонды советы рәйесе Илдар Бикбаев хәбәр итте.

Башҡортостан эҙәрмәндәре «Иң яҡшы тематик экспозиция өсөн» номинацияһында һәм видеоматериалдар конкурсында беренсе булды.

Илдар Бикбаев әйтеүенсә, беҙҙең эҙәрмәндәребеҙҙең асыштары менән Рәсәйҙең 40 төбәк вәкилдәре, шулай уҡ Молдова, Германия, Чехия, Словакия, Австрия, Бөйөк Британия делегациялары ла ҡыҙыҡһынды.

Мәскәүҙең «Манеж» күргәҙмә залында үткәрелгән «Мемориал-2011» күргәҙмәһен 15 мең кеше ҡараны. Сара Рәсәй Президенты Дмитрий Медведев ҡушыуы буйынса 1941 – 1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышы башланыуға 70 йыл тулыу айҡанлы үткәрелде. Күргәҙмә Рәсәй Федерацияһының Сит ил эштәре, Мәҙәниәт, Төбәк үҫеше министрлыҡтары һәм Рәсәй Федерацияһы Хөкүмәте ҡарамағындағы Рәсәй дәүләт хәрби тарихи-мәҙәни үҙәк ҡатнашлығында Рәсәй Федерацияһының Оборона министрлығы һәм «Фән-ХХI» хәүефһеҙлек проблемаларын ғилми яҡтан тикшереүгә булышлыҡ итеү фонды тарафынан ойошторолдо.

Күргәҙмәлә Рәсәйҙең 21 субъекты, 12 Европа һәм Азия иле, Рәсәйҙең 18 музейы, 41 ойошмаһы, 9 эҙәрмәндәр ойошмалары һәм эҙәрмәндәр отрядтары ҡатнашты.