5 декабрь, Дүшәмбе

27 июнь 2011 йыл, 10:20

Рөстәм Хәмитов эш сәфәре менән Яңауыл районда булды

автор: Евгений Рәхимҡолов | фото: Андрей Старостин

Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов Яңауыл районында булды. Эш сәфәре дауамында республика башлығы бер нисә ауыл хужалығы һәм сәнәғәт предприятиелары эшмәкәрлеге менән танышты. Улар иҫәбендә һөтсөлөк комплексы, теплица хужалығы һәм башҡа ойошмалар ҙа бар ине.

Районда ҙур һөтсөлөк комплексы сафҡа индереләсәк.

Комплекс 2007 йылда уҡ төҙөлә башлаған. Әммә 2008 йылғы иҡтисади көрсөк арҡаһында эштәр туҡталып торған. «Промцентр»  күп профилле предприятиеһы яуаплылығы сикләнгән йәмғиәтенең хужаһы Рәсәй ауыл хужалығы банкыһында кредит алып, уны ҡаплай алмаған. Һөҙөмтәлә комплекс банкта залогта ҡала.

21 июлдә электрон сауҙа башланасаҡ, уның һөҙөмтәһендә предприятиеның яңы хужаһы билдәләнәсәк. Комплекстың аукциондағы башланғыс хаҡы — 164 миллион, минималь хаҡы 125 миллион һум тәшкил итәсәк.

Комплекс заманса ҡорамалдар менән йыһазландырылған һәм 1200 баш һыйыр тотоуға иҫәпләнгән. Был предприятиены сафҡа индереү менән Яңауыл һәм Нефтекама һөт эшкәртеү предприятиелары ҡыҙыҡһына.

Районда бейек теплицалар ҙа төҙөлә. «Нефтекама» теплица комбинаты төҙөлөшө буйынса дирекция етәкселеге уларҙы төҙөүгә бәйле пландары менән уртаҡлашты.

Киҫәкҡайын ауылындағы был предприятие — районда уңышлы эшләгәндәрҙең береһе. Былтыр Киҫәкҡайында 600 тонна ҡыяр һәм 400 тоннанан ашыу томат йыйып алынған. Бер квадрат метрҙан предприятие йәшелсәселәре 40 килограмға тиклем помидор ала. Ә бейек теплицалар төҙөлһә, уңдырышлыҡтың 65-70 килограмға тиклем күтәрелеүе мөмкин.

Бөгөн өс гектарҙа йәшелсәләр һәм тәмләткес үләндәр үҫтерелә, ләкин коммуникациялар 9 гектарға тиклем ябык грунтты файҙаланырға мөмкинлек бирә. Эштәрҙе йәйелдереү өсөн мөмкинлектәр бар. Өс гектарҙағы төҙөлөп бөтмәгән теплицаларҙы предприятие «Алексеевка» совхозы өлгөһөндә бейек итеп эшләргә планлаштыра. Бының өсөн өҫтәмә рәүештә 400 млн һум талап ителә.

Урындағы продукция Нефтекамаға, Яңауылға, шулай уҡ республиканың төньяғындағы 11 районға оҙатыла. Йыллыҡ әйләнеш яҡынса 36 миллион һум тәшкил итә.

Предприятие хеҙмәткәрҙәре конкуренттарҙың намыҫһыҙлығы хаҡында ла һөйләне. Улар «Киҫәкҡайын» бренды аҫтында сит илдә етештерелгән насар сифатлы йәшелсәләр һата.

Әлеге ваҡытта теплица хужалығында 70 кеше эшләй. Йәшелсәләр йыйыу аҙнаһына ике тапҡыр башҡарыла. Кисә, мәҫәлән, бында 6,5 тонна витаминлы продукция йыйып алынған.

Рөстәм Хәмитов теплицаларҙы ҡарап сыҡты һәм бында үҫтерелгән йәшелсәләрҙән ауыҙ итте. Башҡортостан Президенты томаттарҙың тәмен баһалап, предприятиены «Президент өҫтәле поставкалаусыһы» исеменә лайыҡ, тип билдәләне.

Сәфәре барышында БР Президенты «Монетка» һәм «Магнит» магазиндарына инде һәм Яңауыл халҡына серегән картуф һатыуҙарына шаһит булды.

Картуф ҡына түгел, башҡа йәшелсәләр – һуған, помидор ҙа насар сифатлы булып сыҡты. Рөстәм Хәмитов магазин кәштәләрендә урындағы етештереүселәрҙең тауарҙарының бөтөнләй булмауына иғтибар итте. Һөт продукцияһын Һамарҙан, Новосибирскиҙан, Воронеж, Силәбе, Екатеринбургтан ташыйҙар. Хатта удмурт ауылы Малая Пурганан килтерелгәне лә бар.

Ҡаланан бер нисә километр алыҫлыҡта ғына урындағы йәшелсәселәрҙең бик яҡшы продукция үҫтереүенә ҡарамаҫтан, кәштәләге помидорҙар Тольяттинан ҡайтарылған.  

Яңауылдың 10 бәләкәй икмәкханаһы бар, ләкин магазин кәштәләрендә уларҙың продукцияһын күрмәҫһең. Республика башлығы популяр сауҙа селтәрҙәрендә Башҡортостанда ҡойолған минераль һыуҙы ла тапманы. Магазинда араҡы ғына урында етештерелгән булып сыҡты.

—Беҙ Свердловскиға, Һарытауға, Ижевск һәм Силәбегә эшләйбеҙ булып сыға, — тине Рөстәм Хәмитов. – Бындай шарттарҙа урындағы етештереүсегә нисек үҫешергә һуң?

Магазиндарҙың урындағы продукцияны реализацияға алыуҙарына өлгәшергә кәрәк, тип билдәләне Рөстәм Хәмитов.

Башҡортостан Президенты кәштәләге тауарҙарҙың нисек урынлаштырылыуына ла иғтибар итте. Улар бер-береһенә өйөлгән, шуға күрә эстетик йөҙө лә шәптән түгел.

Республика башлығы бала саҡта икмәккә ихтирам менән ҡарарға һәм уны баш түбән һалмаҫҡа өйрәтеүҙәрен билдәләне. Рөстәм Хәмитов һатыусыларҙан да икмәккә хөрмәт менән ҡарауҙарын талап итте.

Сәфәре барышында Рөстәм Хәмитов Башҡортостанда каркаслы йорттар төҙөлөшөн үҫтереү өсөн перспективалар булыуына ла инанды. Ул Яңауылдың һүтелмәй торған опалубка заводында булды. Предприятиела каркаслы биналар өсөн плиталар етештерелә.

Бында йылына 400 самаһы ошондай плита сығарыла. Был 100 мең квадрат метр торлаҡ төҙөүгә етә. Башҡортостан Президентына әлеге мәлдә заводта каркаслы йорттарҙың 15 макеты әҙерләнеүе хаҡында һөйләнеләр.  

Аҙ ҡатлы йортто бер аҙнала йыйырға мөмкин. Шул уҡ мәлдә бер квадрат метрҙың хаҡы, бөтөн эске коммуникацияларҙы ла иҫәпкә алып, биҙәкләү эштәренең яртылаш әҙер вариантында – 12-13 мең, биҙәү эштәре тулыһынса башҡарылғандарыныҡы квадрат метрына 16 мең һум торасаҡ.  

Предприятие белгестәре раҫлауынса, плиталарҙан төҙөлгән йорт йылыны яҡшы тота. Асыҡланыуынса, бындай принцип буйынса аҙ ҡатлы коттедждар ғына түгел, күп ҡатлы йорттар ҙа төҙөргә мөмкин. Әле үк өс-дүрт ҡатлы йорттар төҙөлөшөн тормошҡа ашырырлыҡ, перспективала плиталарҙан 20 ҡатлыларын да күтәрергә мөмкин буласаҡ.  

Әлеге ваҡытта Яңауылда плиталарҙан 800 өй күтәреүгә участка әҙерләнә. Яҡын арала ҡалала күләмле төҙөлөш йәйелдереләсәк. Тулы ҡеүәтенә эшләй башлағас, предприятие 130 кешене эш урыны менән тәьмин итәсәк.

Шулай уҡ Рөстәм Хәмитов Яңауыл районы башлығы Илшат Вәзиғәтов менән берлектә Яңауылдағы Хәрби һәм хеҙмәт даны монументы янындағы Мәңгелек утҡа сәскәләр һалды.  

Был Монументта һуғыш һәм локаль конфликттар ваҡытында һәләк булғандарҙың исемдәре уйып яҙылған. Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында ғына район фронтта ете мең самаһы кешеһен юғалтҡан.  

Һәләк булғандарҙы Рөстәм Хәмитов менән Илшат Вәзиғәтов бер минут тынлыҡ менән иҫкә алды.  

Яңауылда был көндө коляскалар парады ла үтте. Был ваҡиға Ҡала көнө һәм Башҡортостан Президенты Рәстәм Хәмитовтың килеүенә тап килде.  

Республика башлығы сабыйҙар һәм уларҙың ата-әсәләре менән аралашты һәм уларҙың балалар баҡсаһында урындар етешмәүе кеүек проблемаһын яҡшы белеүен әйтте. Бөгөн Яңауыл районында меңгә яҡын кеше балалар баҡсаһына сиратта тора.  

Балалар баҡсаһы төҙөлөшө өсөн республика бюджетынан тейешле ярҙам күрһәтеләсәк. Район башлығы Илшат Вәзиғәтов әйтеүенсә, быйыл уҡ Яңауылда 160 урынлыҡ балалар баҡсаһы төҙөләсәк. Ләкин был ғына етмәй, әлбиттә. Өҫтәүенә, районда тыуым да һәйбәт – былтыр бында 700 бала тыуған. Шулай булғас, балалар баҡсаһына ихтыяж арта ғына.