11 декабрь, Йәкшәмбе

27 июнь 2011 йыл, 11:03

Рөстәм Хәмитов Совет ултырышында ҡатнашасаҡ

автор: Сергей Захаров

27 июндә Пермдә Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов Рәсәй Президентының Волга буйы федераль округындағы тулы хоҡуҡлы вәкиле ҡатнашлығындағы Совет ултырышында ҡатнашасаҡ.

Ултырышта Волга буйы федераль округы энергетик комплексының үҫеш перспективаһы мәсьәләләре ҡараласаҡ. 2011 йылдың 1 апрелендәге Совет ҡарарына ярашлы ултырышты әҙерләү өсөн Татарстан Президенты Рөстәм Миңнеханов етәкселегендәге эш төркөмө ойошторолған.