Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 57.47

EUR 60.45

27 февраль, Дүшәмбе

Уфа   °

Барнаулда һабантуй билдәләнде

Сәйәсәт

Алтай крайының баш ҡалаһында һабантуй үтте. Байрам «Лабиринт» стадионында үткәрелде.

Ҡунаҡтар алдында башҡорт һәм татар ижади коллективтары сығыш яһаны. Спорт майҙанында көрәш, бағанаға менеү, таяҡ тартышыу, гер күтәреү, бүрәнәлә тоҡ менән һуғышыу, йомортҡаны ҡалаҡҡа һалып йүгереү, күҙҙәрҙе бәйләп бүләк ҡырҡып алыу, тоҡтарҙа йүгереү, ҡармаҡлау, күҙҙәрҙе бәйләп көршәктәргә һуғыу кеүек традицион ярыштарҙың бөтә төрҙәре лә алып барылды.

Байрам ҡунаҡтарын һәм ҡатнашыусыларын башҡорт һәм татар милли аҙыҡтары менән һыйланылар: бында сәк-сәк, өсбосмаҡ, бәрәмәс, бәлештәр ҙә булды.

Алтай крайында 10 меңгә яҡын башҡорт һәм татар йәшәй, ҡаҙаҡтар һаны ла шулай уҡ, йәнә өс меңдән артыҡ сыуаш бар – улар барыһы ла традицион рәүештә һабантуй байрамын билдәләүсе халыҡ.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть