Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 57.62 ↑

EUR 68.75 ↓

19 сентябрь, Шишәмбе

Уфа   °

Өфөлөләргә өйҙәрен утынға һүтергә тәҡдим ителде

Йәмғиәт

Өфө ҡалаһы Ленин районының Торлаҡ хужалығы идаралығы яңы йортҡа күсерелгән граждандарҙың иҫке йорттарын төҙөлөш материалдарына һәм утынға һүтергә тәҡдим итә. Уларҙың адрестарын район хакимиәтенең мәғлүмәт–аналитика бүлегендә хәбәр иттеләр. Исемлеккә Аксаков урамындағы өс йорт – 85, 85/1 һәм 85/2, Коммунистик (17 и  17/9) һәм Рига (3 л/з и 6 а) урамдарындағы икешәр, шулай уҡ Ғафури, 98, Пожарский, 241, Свердлов, 37/8, Чеверев, 6 һәм Чернышевский, 23 а адрестары буйынсағы өйҙәр инә.

Өфө хакимиәтенең рәсми сайтында теләге булғандар был мөмкинселек менән бушлай ҡуллана ала, тип билдәләнә. Бының өсөн Карл Маркс урамы, 45 адресы буйынса Ленин районы Торлаҡ хужалығы идаралығына мөрәжәғәт итергә кәрәк. Телефоны: (347) 272-46-64.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть