2 декабрь, Йома

24 июнь 2011 йыл, 18:49

Дмитрий Медведевҡа Рөстәм Хәмитовтың Валентина Матвиенконы Федерация Советы спикеры итеп һайлау тураһындағы тәҡдиме оҡшаны

автор: «Интерфакс» агентлығы мәғлүмәте буйынса

Йома, 24 июндә,  РФ президенты Дмитрий Медведевтың губернаторҙар корпусы вәкилдәре менән кәңәшмәһе барышында Федерация Советы спикеры вазифаһына Санкт-Петербургтың әлеге губернаторы Валентина Матвиенконы тәғәйенләү тураһында тәҡдим индерелде. Валентина Матвиенконы тәғәйенләү тураһындағы фекерҙе Башҡортостан президенты Рөстәм Хәмитов индерҙе, тип хәбәр итә «Интерфакс».

«Миңә был идея оҡшай», — тип белдерҙе быға яуап итеп Дмитрий Медведев.

«Валентина Ивановна — ҙур дәүләт тәжрибәһе туплаған шәхес, бик уңышлы губернатор, ул быға тиклем РФ хөкүмәтендә етәкселек вазифаларында эшләне, ысынтылап эше өсөн янған, ҙур мәсьәләләрҙе хәл итеүгә һәләтле кеше», — тип билдәләне президент.

«Ниһайәт, әгәр дәүләт иерархияһындағы үҙәк урындарҙың береһен ҡатын-ҡыҙ биләһә, был беҙҙең дәүләткә замансараҡ булырға һәм йылдамыраҡ үҫешергә булышлыҡ итәсәк, тип иҫәпләйем», — тине Дмитрий Медведев.

Шуның менән бергә ул, Федерация Светы спикеры вазифаһы буйынса Валентина Матвиенконың үҙенең фекерен һорарға кәрәк, тип өҫтәне — кәңәшмәлә ҡатнашыусылар араһында Санкт-Петербург губернаторы юҡ ине.

Бынан тыш, тип өҫтәне Медведев, губернаторҙар корпусы вәкилдәренең, үрге палатаның үҙенең дә фекерен белергә кәрәк.  

Үҙ сиратында, кәңәшмәлә ҡатнашыусы Чечня башлығы Рамзан Ҡадыров был уңайҙан, урындан тороп, шулай тип белдерҙе: «Иң мөһиме, һеҙ беҙҙең фекерҙе хупланығыҙ (Матвиенконы тәҡдим итеү идеяһында — ИФ), ә ул Рәсәй патриоты булараҡ ризалашасаҡ.  Иң мөһиме, һеҙ беҙҙе ишеттегеҙ һәм аңланығыҙ, ә ул, минең уйлауымса, килешәсәк һәм дәүләт, Рәсәй файҙаһына дөрөҫ ҡарар ҡабул итәсәк».

Ҡадыров һүҙҙәре кәңәшмәлә ҡатнашыусыларҙы йәнләндерҙе, ә президент уның репликаһына яуап итеп: «Медведевтың үтенесен кире ҡаға алмаясаҡ», — тип йылмайҙы.

Федерация Советы башлығы вазифаһына тәғәйенләү тураһында һүҙ президент, губернаторҙар корпусының ҡайһы бер вәкилдәрен йыйып, вәкәләттәрҙең бер өлөшөн децентрализациялау һәм уларҙы төбәктәргә тапшырыу темаһына һөйләшергә тәҡдим иткәндән һуң ҡуҙғатылды.    

Бер нисә фекерен әйтеп ишеттергән Рөстәм Хәмитов төбәктәрҙең башҡалары менән бер рәттән Федерация Советы кеүек инструменты булыуын да хәтергә төшөрҙө, һәм үрге палатаны төбәктәр мәнфәғәттәрен алға һөрөү эшенә нисек йәлеп итеү тураһында уйларға кәрәклеген билдәләне.

«Миңә ҡалһа, унда (үрге палатала — ИФ) киң аң даирәһенә, ҙур тәжрибәгә эйә, ҙур күләмдәге эштәр башҡарған, илгә таныш, төбәктәрҙә эшләгән кеше кәрәк – был губернатор булырға тейеш», — тине Рөстәм Хәмитов, уның фекеренсә, Федерация Советын кем етәкләргә тейешлеге хаҡында һөйләгәндә.  

Дмитрий Медведевтың, был кем булырға тейеш, аныҡ тәҡдимдәр бармы, тигән һорауына яуап итеп, Валентина Матвиенконың исеме әйтелде.