10 декабрь, Шәмбе

24 июнь 2011 йыл, 18:40

Башҡортостанда ҡулланыусылар электр утына әҙерәк түләйәсәк

автор: Әлфиә Шәрәфетдинова

Башҡортостанда электр утына хаҡтар кәмене. Бында ҡайһы бер ҡулланыусыларға  электр энергияһын тапшырыу буйынса хеҙмәт хаҡтарын арзанайтыу тураһында һүҙ бара.

— Тәү сиратта был урта һәм бәләкәй бизнес субъекттарына, бюджет һәм ауыл хужалығы ойошмаларына ҡағыла, —  тип белдерҙе «Башинформ» хәбәрсеһенә республиканың Тарифтар буйынса дәүләт комитеты рәйесе урынбаҫары Алексей Овчинников.

Уның аңлатыуынса, быйылғы тотороҡло булмаған һуңғы хаҡтарға күсеү ярайһы ауыр үтте: 2010 йыл менән сағыштырғанда электр энергияһына хаҡтың үҫеше ҡайһы бер осраҡтарҙа күҙаллаған 15 процент урынына 40 процент тәшкил итте.

Ошоға бәйле БР тарифтар буйынса дәүләт комитеты республика Президенты һәм Хөкүмәте ҡушыуы буйынса Тарифтар буйынса федераль хеҙмәткә һәм Рәсәй Энергетика министрлығына электр энергияһын тапшырыу буйынса хеҙмәттәргә хаҡтарҙы кәметеү тәҡдиме менән мөрәжәғәт итте. Мәскәүҙә был инициатива яҡлау тапты. Хәҙер тарифтар үҫеше күҙалланған кимәлгә яҡынлашты һәм, баҙар шарттарының ярайһы ныҡ йоғонто яһауына ҡарамаҫтан, билдәләнгән ҡулланыусыларға 115 процент тәшкил итәсәк.  

Алексей Овчинниковтың һүҙҙәренсә, башлыса кәмеү һөҙөмтәһен түбән көсөргәнешле электр энергияһын ҡулланыусылар тоясаҡ: улар һәр киловатт-сәғәт өсөн 40 тин экономиялай аласаҡ. Урта, икенсе кимәлдәге көсөргәнешкә хаҡ киловатт-сәғәтенә 11 тингә төшәсәк.

Агентлыҡ әңгәмәсәһе арзанайтыуҙың электр энергияһын тапшырыу хеҙмәттәренә генә ҡағылыуын һыҙыҡ өҫтөнә алды: был күмәртә баҙарындағы элекке кимәлдә ҡалған һатыу өҫтәмәләре һәм көйләнмәй торған хаҡтар менән бер рәттән һуңғы хаҡты булдырыусыларҙың береһе.

Электр утына хаҡтар халыҡ өсөн дә үҙгәрешһеҙ ҡалды.

— Бында тарифтар тулыһынса көйләнә, — тип белдерҙе Алексей Овчинников. —2010 йылдың декабрендә һуңғы хаҡтар билдәләнде, 10 процент кимәлендәге тариф үҫеше нисек булһа, шул килеш ҡалдырылды.

Үҙгәреш ҡағылған ҡулланыусыларға республиканың баҙар субъекттары ҡайтанан иҫәпләү үткәрәсәк. Улар июлдә үк әҙер булыр, моғайын.