7 декабрь, Шаршамбы

24 июнь 2011 йыл, 16:25

Башҡортостан делегацияһы Санкт-Петербург һабантуйында ҡатнашасаҡ

автор: Алик Шакиров

Алдағы йәкшәмбелә, 26 июндә, Санкт-Петербург ҡалаһы янында, Ленинград өлкәһенең Сярги ҡасабаһында, һабантуй үтәсәк.

«Башинформ» агентлығына Башҡортостан Республикаһының Санкт-Петербургтағы даими вәкиле Риф Сәхәбетдиновтың хәбәр итеүенсә, республиканың рәсми делегацияһын БР Президенты Хакимиәте етәксеһе урынбаҫары Марат Мәрҙәнов етәкләй, делегация составында  Стәрлетамаҡ ҡалаһының һәм Баймаҡ районының хакимиәт башлыҡтары  Алексей Изотов менән Илшат Ситдиҡов, ижади коллективтар, журналистар ҙа бар. Башҡортостандың милли мәҙәниәтен һәм сәнғәтен Башҡорт дәүләт филармонияһы артистары, вокалистары һәм бейеүселәре, Сибай филармонияһының «Тархан» эстрада ансамбле һәм «Сибай» бейеү ансамбле, Өфө дәүләт сәнғәт академияһының «Арғымаҡ»  этно-рок төркөмө, М.Кәрим исемендәге Милли йәштәр театры актерҙары, Баймаҡ районының һәүәҫкәр артистары сағылдырасаҡ.

Һабантуй иртәнге 10-да ҙур концерт программаһы менән башлана, унда  Санкт-Петербургтың, Ленинград өлкәһенең, Архангельск ҡалаһының, шулай уҡ Башҡортостан һәм Татарстандың ижади коллективтары ҡатнашасаҡ.

Сәғәт 12-гә рәсми ҡунаҡтарҙың – Санкт-Петербург, Ленинград өлкәһе губернаторҙарының, РФ Президентының Төньяҡ-Көнбайыш федераль округындағы тулы хоҡуҡлы вәкиллеге делегацияһының килеүе көтөлә.

Сярги ҡасабаһы янындағы майҙанда Башҡортостан вәкилдәре үҙенең майҙансығын йәйелдерәсәк – милли аш-һыу менән башҡорт ихатаһы ҡуйыласаҡ, Башҡортостан предприятиелары продукцияһының, иң элек, әлбиттә, бал һәм ҡымыҙҙың, күргәҙмә-сауҙаһы ойоштороласаҡ. Ҡунаҡтарҙы һабантуйҙың традицион уйындары көтә.

— Йыл һайын һабантуйҙа башҡорт тирмәләре ҡуябыҙ, быйылғы һабантуй ҙа уларһыҙ үтмәйәсәк. Тирмәләрҙе Баймаҡ районынан килтереп, әле майҙанда ҡора башланыҡ, уларҙың береһе – этнографик, икенсеһе ҡунаҡтар өсөн буласаҡ, — ти Риф Рәис улы.    

темалар: һабантуй