9 декабрь, Йома

24 июнь 2011 йыл, 15:33

БР Сауҙа-сәнәғәт палатаһы төҙөлөштәге инновацион материалдар һәм нанотехнологиялар презентацияһын үткәрҙе

автор: Александра Лебедева

Өфөлә «Төҙөлөштә нанотехнологиялар һәм инновациялар» проектының презентацияһы үтте. Уны Германияның эре концерндарының береһенең Рәсәйҙәге вәкиллеге менән берлектә БР Сауҙа-сәнәғәт палатаһы ойошторҙо. Сарала ҡатнашыуға Өфө һәм Башҡортостандың төҙөлөш, проектлау һәм архитектура өлкәһендәге белгестәре – йәмғеһе 40-тан ашыу предприятие һәм ойошмалар саҡырылғайны. Презентация диалог форматында үткәрелде һәм бик күп профессионалдарҙың иғтибарын йәлеп итте. Осрашыу сиктәрендә төҙөлөштә һәм реконструкцияла уңышлы ҡулланылған, бина һәм ҡоролмаларҙы файҙаланыу срогын арттырырға мөмкинлек биргән өр-яңы материал өлгөләре күрһәтелде. Белгестәр фекеренсә, был ваҡиға бөтә республика күләмендә ике яҡҡа ла файҙалы килешеүҙәр төҙөүгә килтерәсәк.