10 декабрь, Шәмбе

24 июнь 2011 йыл, 13:33

Бөрйән районында «Олоғужан-2011» форумы асылды

автор: Тимур Рәхмәтуллин

Бөгөн, 24 июндә, Бөрйән районының Байназар ауылы янында «2011 йылғы айыҡ ауыл» республика конкурсында ҡатнашыусылар өсөн «Ологужан-2011» мәктәп-слеты эшләй башланы. Уның ойоштороусыһы булып БР Һаулыҡ һаҡлау министрлығы һәм БР Йәштәр сәйәсәте һәм спорт министрлығы менән берлектә Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Башҡарма комитеты сығыш яһай.

Башҡортостандың айыҡлыҡ өсөн көрәшеүсе ойошмалары ағзалары һәм «2011 йылғы айыҡ ауыл» конкурсы активистары: ҡатын-ҡыҙҙар советтары, ауыл биләмәләре башлыҡтары, уҡытыусылар, әүҙем йәштәр, урындағы ҡоролтайҙарҙың вәкилдәре – меңгә яҡын кеше мәктәп-слетҡа йыйылған.

Слет «Үҙәк», «Концептуаль» һәм «Тренингылар үткәреү урыны» кеүек өс майҙанда үтә. Бында тематик лекциялар, семинарҙар, тренингылар, үҙ эшенең оҫталарынан мастер-кластар, түңәрәк өҫтәлдәр, интеллектуаль уйындар һәм спорт ярыштары үткәрелә. Дәрестәр үткәреү өсөн Рәсәйҙең бик күп төбәктәренән белгестәр саҡырылған.

Бөтөн саралар ҙа сәләмәт, айыҡ йәшәү рәүешен алып барыуға, халыҡтың мәғлүмәтлелеген күтәреүгә, тормошта кәрәк буласаҡ оҫталыҡ туплауға йүнәлтелгән. Йәштәр патриотик тәрбиә курсы үтә.

Форум йәкшәмбе, 27 июндә, тамамланасаҡ.