Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 58.88 ↓

EUR 65.95 ↑

28 июнь, Шаршамбы

Уфа   °

Башҡортостанда террорсылыҡҡа ҡаршы журналистар конкурсы старт алды

Йәмғиәт

Башҡортостанда террорсылыҡҡа ҡаршы эшмәкәрлекте яҡтыртыуға журналистар конкурсы старт алды. Ижади ярышты республиканың Элемтә һәм киң коммуникациялар министрлығы менән БР Журналистар союзы ойоштора.

2011 йылдың 1 ғинуарынан 15 декабргә тиклем төбәктең рәсми киң мәғлүмәт сараларында донъя күргән йәки эфирға сыҡҡан материалдар конкурста ҡатнашыуға ҡабул ителә.

«Башинформ»ға БР Элемтә һәм киң коммуникациялар министрлығынан хәбәр итеүҙәренсә, киң мәғлүмәт саралары төрөнә ҡарап, конкурс матбуғат һәм интернет баҫмалары, телевидение һәм радио кеүек өс номинация буйынса үтәсәк.

Һәр номинацияла еңеүселәр дипломдар һәм беренсе, икенсе, өсөнсө урындар өсөн 18000, 9000 һәм 5000 һум күләмендә аҡсалата премиялар менән бүләкләнәсәк.

Иң яҡшы эш авторҙарын бүләкләү тантанаһы Рәсәй матбуғы көнөн байрам итеүгә ҡарата 2012 йылдың ғинуарында үтәсәк.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть