10 декабрь, Шәмбе

24 июнь 2011 йыл, 11:11

«Версия Башкортостана» гәзитендә юридик ярҙам мәсьәләләре буйынса «ҡыҙыу линия» үткәреләсәк

автор: Анжелика Ғиззәтуллина

Эш биреүсе ауырлы ҡатынды эштән сығара аламы? Мәрхүм булған бурыслы клиентының туғандарынан – кредитор алдында яуаплылыҡты үҙ өҫтөнә алыусы булып сығыш яһамаған кешеләрҙән уның бурысын түләүҙе талап итеүгә банктың хоҡуғы бармы? Эшҡыуарлыҡҡа уртаҡ аҡса һалған, әммә рәсми рәүештә никахта тормаған ир менән ҡатындың бизнесы нисек бүленәсәк?

Көндәлек тормошта тыуып торған ошо һәм башҡа һорауҙарға «Версия Башкортостана» ижтимағи-хоҡуҡи аҙналығы редакцияһында яуап биреләсәк: «ҡыҙыу линия»ға шылтыратығыҙ һәм һеҙгә гәзит ҡунаҡтары – адвокаттар, прокурорҙар, төрлө ведомство вәкилдәре яуап бирәсәк.

Шишәмбе, 28 июндә, телефон аша тиҙ хоҡуҡи ярҙамды Өфө адвокаты Ирина Вәлиева күрһәтәсәк.  

Хеҙмәт бушлай һәм уның менән мохтаж булғандарҙың барыһы ла ҡуллана ала. (8-347) 272-79 номерына 15 сәғәттән 17-гә тиклем шылтыратығыҙ.

Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, был даими рубрика, граждандар менән аралашыу айына ике тапҡыр – һәр икенсе һәм дүртенсе шишәмбе үтә. Үрҙә күрһәтелгән телефон аша шылтыратып, һеҙҙе ҡыҙыҡһындырған һорауҙы квалифицикациялы юрисҡа бирегеҙ.

«Ҡыҙыу линия»ға мөрәжәғәттәр һәр ваҡыт бик күп һорауҙарҙы үҙ эсенә ала. Ике сәғәт дауамында ҡабул ителгән һорауҙарға яуаптар «Версия Башкортостана» гәзитенең киләһе һандарында баҫылып сыға.

Шулай уҡ һорауығыҙҙы гәзиттең 15-се битендә урынлаштырылған купонға яҙып ебәрә алаһығыҙ – яуап гәзиттең йәнә бер даими рубрикаһы — «Һеҙҙең хоҡуҡ» («Ваше право») битендә донъя күрәсәк.

темалар: хоҡуҡи ярҙам