9 декабрь, Йома

24 июнь 2011 йыл, 10:47

Башҡортостан энергетиктары йәйге ремонт кампанияһын үткәрә

автор: Рәсүл Хәмиҙуллин

Уҙған көҙгө-ҡышҡы осорҙо Башҡортостан энергетиктары уңышлы тамамланы. Был хаҡта «Берҙәм энергетика селтәрҙәре система операторы» асыҡ акционерҙар йәмғиәтенең филиалы «Төбәк диспетчер идаралығы»нда  үткән пресс-турҙа предприятие директоры урынбаҫары – баш диспетчер Андрей Коротков хәбәр итте.

— Былтырғы йәй бик эҫе һәм ҡоро килде. ГЭС эшмәкәрлеге кәметелде, — тине ул, — Шулай ҙа бар эштәрҙе лә үтәп сыға алдыҡ, һәм көҙгө-ҡышҡы осорҙо уңышлы үткәрҙек. Ҡышҡыһын һауа торошо тотороҡло торҙо. Был сымдарға ҡар йәбешеү кеүек бихисап осраҡтарға юл ҡуймау мөмкинлеген бирҙе.    

Ташҡынға килгәндә иһә, Андрей Коротков, һыуһаҡлағыстарҙа һыу дефицитына бәйле хәүефтәр урынһыҙ булды, тип билдәләне.

— Бөгөнгө көндә Башҡортостандың Төбәк диспетчар идаралығында йәйге ремонт кампанияһы үткәрелә. Был бик яуаплы һәм мөһим процесс, — тип һыҙыҡ өҫтөнә алды ул. — Былтыр «Затон» һәм «Әмет» подстанциялары файҙаланыуға тапшырылды. Көньяҡ Урал ТЭЦ-ында яңы генерация сығанағы – газ турбиналы ҡоролма ҡуйылды. Әлеге мәлдә Өфөнөң 2-се электр йылылыҡ үҙәгендә пар һәм газ менән эшләүсе ҡоролманы сафҡа индереү эштәре тамамлана