Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 56.27 ↓

EUR 62.92 ↑

25 май, Кесе йома

Уфа   °

Вакансиялар йәрминкәһендә Өфөлә 300-ҙән ашыу эш урыны тәҡдим ителде

Иҡтисад

23 июндә Өфөлә һаулыҡ һаҡлау, мәғариф, финанс өлкәһе һәм ҡалала социаль хеҙмәттәр күрһәтеүсе предприятиелар өсөн вакансиялар йәрминкәһе үтте.

— Өфөнөң 22 предприятиеһы 300-ҙән ашыу эш урыны тәҡдим итте. Әммә беҙҙе ямғырлы көн ҡыйыныраҡ хәлгә ҡуйҙы, уның арҡаһында яңы эш эҙләгән 500 кеше генә йәрминкәгә килде. Шуларҙан йөҙгә яҡын кеше әңгәмәләшеү үтте, яртыһынан ашыуы шунда уҡ эшкә урынлашыуға саҡырыу алды,  — тип хәбәр итте Өфөнөң Халыҡ мәшғүллеге үҙәгенең предприятиелар менән бәйләнеш буйынса бүлеге начальнигы Ирина Турчина.

Тәҡдим ителгән вакансиялар араһында табиптар һәм медперсонал, педагогтар, менеджерҙар, һатыусылар һәм һаҡсылар бар ине.

Эшһеҙ граждандар өсөн сираттағы йәрминкә Өфөлә 30 июндә үтәсәк. Үҙҙәренең вакансияларын дәүләткә ҡарамаған милек формаһындағы предприятиелар тәҡдим итәсәк.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть