11 декабрь, Йәкшәмбе

23 июнь 2011 йыл, 17:57

Рөстәм Хәмитов: «Беҙ беренсе булып Рәсәйҙә күп фатирлы йорттар менән идара итеүҙә тәртип урынлаштыра башлайбыҙ»

автор: Ғәлиә Нәбиева

— Мин күп фатирлы йорттар менән идара итеү өлкәһендәге хәлдәрҙе өйрәнеү һәм тәртип урынлаштырыу өсөн комиссия булдырасаҡмын,— тип белдерҙе Конгресс-холдағы торлаҡ-коммуналь хужалыҡ мәсьәләләренә арналған кәңәшмә йомғаҡтары буйынса Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов.

Бөгөн Башҡортостанда һәм дөйөм алғанда бөтә Рәсәйҙә күп фатирлы йорттар менән идара итеүҙә күҙәтелгән хәл-ваҡиғалар бихисап һорауҙар тыуҙыра. Быға иғтибар итеп, Дәүләт Думаһы Торлаҡ кодексына төҙәтмәләр индерҙе. Улар яңыраҡ үҙ көсөнә инде. Ошо төҙәтмәләргә ярашлы, торлаҡ фонды менән идара итеүгә тикшереү ойоштороу өсөн төбәктәрҙең өҫтәмә вәкәләттәре барлыҡҡа килә. Ошо бихисап мәсьәләләрҙе бөгөн тармаҡ хеҙмәткәрҙәре, муниципаль берәмек башлыҡтары республика Президенты һәм закондар сығарыу власы вәкилдәре менән тикшерҙе.

— Беҙ Башҡортостан территорияһында теркәлгән бөтә милекселәр ширҡәттәренең законлы ойошторолғанмы-юҡмы икәнлеген билдәләйәсәкбеҙ,— тип һыҙыҡ өҫтөнә алды Рөстәм Хәмитов. – Уларҙың нисек эшләгәнен, улар йыйған финанстар, ресурстар менән нимә эшләнеүен ҡараясаҡбыҙ. Бер һүҙ менән әйткәндә, тулы аудит үткәреләсәк.

Башҡортостан Президенты аңлатыуынса, төҙөләсәк республика комиссияһы составына мотлаҡ хоҡуҡ һаҡлау органдары, министрлыҡ һәм ведомстволар вәкилдәре инәсәк. Тикшереүҙе Дәүләт торлаҡ инспекцияһы үткәрәсәк.

— Беҙ күп фатирлы йорттар менән идара итеүҙә тәртип урынлаштырыуҙы Рәсәйҙә беренсе булып башлайбыҙ, — тип билдәләне Рөстәм Хәмитов. — Был ғәйәт ҙур эш. Бөгөн халыҡтан аҡса йыйып, һуңынан уларҙы үҙләштереүсе бихисап мутлашыусыларҙы, алдаҡсыларҙы соҡоп сығарырға тура киләсәк.

Республика башлығы ҡаршылыҡтың ярайһы ҙур буласағын да аңлай.  

— Мин асыҡтан-асыҡ әйтәм, беҙ был эште башлайбыҙ. Һәм республика халҡы мәнфәғәтендә уны тиҙ һәм сифатлы итеп үткәрәсәкбеҙ.