9 декабрь, Йома

23 июнь 2011 йыл, 16:32

Рөстәм Хәмитов: «Күп фатирлы йорттар менән идара итеү – торлаҡ-коммуналь хужалығындағы иң ауыр тема»

автор: Ғәлиә Нәбиева | фото: Андрей Старостин

— Күп фатирлы йорттар менән идара итеү – өлкәләге иң ауыр темаларҙың береһе, — тине Конгресс-холда үткән Торлаҡ-коммуналь хужалыҡ мәсьәләләре буйынса кәңәшмәлә Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов. Ултырышта Торлаҡ-коммуналь хужалыҡ өлкәһендәге идара компаниялары эшмәкәрлегенең асыҡлығын тәьмин итеүгә йүнәлтелгән РФ Торлаҡ кодексына индерелгән төҙәтмәләр тикшерелде.

Дәүләт торлаҡ-коммуналь хужалыҡҡа ҙур средстволар һала, әммә идара компаниялары эшмәкәрлегенә тейешле контроль булмауы арҡаһында һөҙөмтәләр түбән булып ҡала.

— Халыҡ һаман да сифатлы хеҙмәттәр алмай, мутлашыу һәм урлашыу осраҡтары ла һирәк түгел, — тип һыҙыҡ өҫтөнә алды Рөстәм Хәмитов.

Үҙгәртеп ҡороуҙар халыҡтың торлаҡ-коммуналь хужалыҡ мәсьәләләрендә грамотаһыҙлығы фонында үтә.  

Милекселәр ширҡәте көс еткеһеҙ һалымдарҙан йонсой. Ширҡәт етәкселәренең күбеһе – күсемһеҙ милек менән идара итеү мәсьәләләрендә йомшаҡ белгес. Мутлашыусылар ошоноң менән файҙалана ла инде.

Башҡортостан Президенты, идара компаниялары йыш ҡына ресурстар менән тәьмин итеүсе ойошмалар менән иҫәпләшмәй, ләкин шул уҡ ваҡытта күп фатирлы йорттарҙа йәшәүселәрҙән коммуналь түләүҙәр йыя, тип билдәләне.

Рөстәм Зәки улы уҙған аҙнала көсөнә ингән федераль ҡануниәттәге ҡәтғи үҙгәрештәрҙе әйтеп үтте. Ошо үҙгәрештәр арҡаһында бөтә милекселәр ширҡәттәре һәм идара компаниялары закондарға ярашлылыҡҡа тикшереләсәк. Сөнки ширҡәттәр бик йыш граждандар ҡатнашлығынан тыш төҙөлә, шулай уҡ идара компаниялары халыҡҡа күрһәткән хеҙмәттәр тарифы буйынса урындағы власть органдарына мәғлүмәт бирәсәк. Яңылыҡтарға ярашлы, торлаҡ хужалары мәнфәғәтен яҡлау буйынса муниципалитеттарҙың һөҙөмтәле сараһы булдырыла. Уларға хатта идара компаниялары менән килешеүҙәрҙе тарҡатыу хоҡуғы ла бирелә.

Бөгөн республикала 1700 милекселәр ширҡәте, 194 идара компанияһы эшләй. улар 17 300 күп фатирлы йортҡа идара итә.

— Был Башҡортостан халҡының яртыһы тиерлек, — тип билдәләне республика башлығы. — Улар барыһы ла ошо мөнәсәбәттәр сфераһына йәлеп ителгән.

Рөстәм Хәмитов билдәләүенсә, был яңы ҡануниәтте халыҡ алдында асыҡтан-асыҡ тикшереү буйынса Рәсәйҙәге беренсе тәжрибә. Һөҙөмтәләр буйынса йылдам эш итеү өсөн күрһәтмәләр ҡабул ителәсәк.