10 декабрь, Шәмбе

23 июнь 2011 йыл, 15:34

Өфө сәнғәт академияһын тамамлаған Юнир Һағынбаев халыҡ-ара конкурс лауреаты исемен алды

автор: Әлфиә Әһлиуллина

Заһир Исмәғилев исемендәге Өфө дәүләт сәнғәт академияһы сығырылышы студенты, билдәлелек яулап өлгөргән йырсы һәм ҡурайсы Юнир Һағынбаев Хакасияла «От Ыры» II халыҡ-ара этник эстрада фестивалендә 3-сө урын алды һәм лауреат исеменә лайыҡ булды. Фестивалдең конкурс программаһында ул башҡорт халыҡ йыры «Азамат» менән «Ҡурай бәйете»н йырланы, йыр башҡарыу менән бергә ҡурайҙа ла уйнаны.

Хәтерегеҙгә төшөрәйек, «От Ыры» (Ут йыры) халыҡ-ара этник эстрада фестивале Хакасия Республикаһы Хөкүмәте һәм Рәсәй Федерацияһы Мәҙәниәт министрлығы ярҙамында Хакасия Республикаһының Абакан ҡалаһында өс йылға бер тапҡыр үтә. Беренсе тапҡыр ул ТӨРКСОЙ ойошмаһының генераль дирекцияһы ҡанаты аҫтында 2008 йылда үткәрелгәйне. Шунда уҡ халыҡ-ара фестивалдең бөтә Рәсәй этабында Хөсәйен Әхмәтов исемендәге Башҡорт дәүләт филармонияһы солисы Марсель Ҡотоев Гран-приға эйә булды.

темалар: фестивалдәр