5 декабрь, Дүшәмбе

23 июнь 2011 йыл, 15:15

Зәки Вәлидиҙең ҡыҙы Иҫәнбикә Туған Бүздәк районында булды

автор: Әлим Фәйезов

Зәки Вәлидиҙең ҡыҙы Иҫәнбикә Туған кисә Бүздәк районында булып китте.  «Башинформ» агентлығына «Буздякские новости» гәзитенән коллегаларыбыҙ хәбәр итеүенсә, Башҡортостандың элекке мәҙәниәт министры Тәлғәт Сәғитов, шағирә Факиһа Туғыҙбаева оҙатыуында Иҫәнбикә Туған Зәки Вәлиди көрәштәштәренең тыуған ерендә булды.  

Атап әйткәндә, Ҡаңны-Төркәй ауыл биләмәһе Ҡаранай ауылынан мулла Дәүләтгәрәй Ҡаранаев Зәки Вәлидиҙең секретары булған, ә Әхмәтғәли Ишбулдин менән Мөхәмәтйән Хажиәхмәтов башҡорт ғәскәрҙәре составында ат ҡараусылар булып хеҙмәт иткән.

Тыуған яҡты өйрәнеүсе Барый Шәғәлиев менән Ришат Юнысов Ҡаңны-Төркәй ауылындағы музейҙа был факттар тураһында ентекләп һөйләне. Иҫәнбикә Туған ҙур ҡыҙыҡһыныу менән быйыл 455 йылллығын билдәләгән Ҡаңны-Төркәй ауылы шәжәрәһе менән дә танышты. Иҫәнбикә Туған ауыл халҡы, урындағы мәктәп уҡытыусылары,  «Заһиҙә» фольклор ансамбле ағзалары менән осрашты, һуңғылары уға «Һағыҙ байрамы»н күрһәтте. Иҫәнбикә ханым милли ризыҡтарҙы, урындағы артистарҙың йыр-бейеүҙәрен дә баһаланы.  

темалар: зәки вәлиди