10 декабрь, Шәмбе

23 июнь 2011 йыл, 14:32

Хоҡуҡ һаҡлаусылар өсөн Өфөлә реабилитация үҙәге төҙөләсәк

автор: Евгений Рәхимҡолов

Өфөлә полиция хеҙмәткәрҙәре өсөн реабилитация үҙәге төҙөләсәк. Был хаҡта Рәсәйҙең эске эштәр министры урынбаҫары Игорь Алешин хәбәр итте. Үҙәк бөгөн генә асылған БР буйынса Эске эштәр министрлығы медик-санитар часы госпиталенең яңы корпусы янында урынлашасаҡ. Үҙәктә хоҡуҡ һаҡлау органдары хеҙмәткәрҙәре, шул иҫәптән ҡыҙыу нөктәләрҙә хеҙмәт итеп ҡайтҡандар реабилитация үтәсәк. Реабилитация үҙәге бинаһы дүрт ҡатлы буласаҡ.

Уның төҙөлөшө республика етәкселеге ярҙамында алып барыласаҡ. Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов, төҙөлөшкә бюджеттан аҡса бүлеү планлаштырыла, тип билдәләне. Кәрәкле сумма һалынған да инде.

темалар: полиция