8 декабрь, Кесе йома

23 июнь 2011 йыл, 13:33

Башҡортостанда полиция хеҙмәткәрҙәре өсөн госпиталь асылды

автор: Евгений Рәхимҡолов

Өфөлә БР буйынса Эске эштәр министрлығы медик-санитар часы госпиталенең яңы дауалау корпусы асылды. Уны асыу тантанаһында Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов һәм Рәсәй эске эштәр министры урынбаҫары Игорь Алешин ҡатнашты.

Корпус бер йылдан да әҙерәк ваҡытта төҙөлдө. 2010 йылдың 21 июлендә, ошолай уҡ Рөстәм Хәмитов менән Игорь Алешин алдында, төҙөләсәк бина нигеҙендә киләсәк быуынға мөрәжәғәт һалынған капсула ҡалдырылды. Капсуланы Бөйөк Ватан һуғышы ветераны, отставкалағы эске хеҙмәт полковнигы Миҙхәт Хәсәнов һалды.

Республика бюджетынан корпус төҙөлөшөнә дөйөм алғанда 85 миллион һум бүленде. Бынан тыш, 13,4 миллион һум бағыусылар средстволары йәлеп ителде, улар медицина ҡорамалдарын һатып алыуға тотонолдо. Корпус биналарының майҙаны — 2780 квадрат метр.

— Корпус БР буйынса Эске эштәр министрлығына һәм бында һаулыҡтарын нығытасаҡ ветерандарға яҡшы бүләк булыр, тип уйлайым, — тине Рөстәм Хәмитов.

Башҡортостан Президенты әйтеүенсә, республика етәкселеге бындай проекттарҙы тормошҡа ашырыуға средстволар бүлеп, киләсәктә лә хоҡуҡ һаҡлау органдары хеҙмәткәрҙәренә ярҙам итәсәк.

Игорь Алешин, бөгөнгө көнгә тиклем Башҡортостанда Эске эштәр министрлығы хеҙмәткәрҙәренә Рәсәй буйынса иң аҙ койка-урындар тура килә ине, тип билдәләне. Яңы корпус асылыуы был проблеманы хәл итте. Яңы госпиталдә көс структураларының 75 мең хеҙмәткәре һәм уларҙың ғаилә ағзалары һаулығын нығыта аласаҡ. Бында полицейскийҙар ғына түгел, элек Эске эштәр министрлығы структураһына ингән хеҙмәттәр, мәҫәлән, Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы системаһы тураһында ла һүҙ бара.

— Был бинаның сафҡа индерелеүе арҡаһында беҙ ҡыҙыу нөктәләрҙә хеҙмәт иткәндәргә лә реабилитация үтеү мөмкинлеген бер нисә тапҡырға арттыра алабыҙ, — тине Игорь Алешин.

Рөстәм Хәмитов менән Игорь Алешин интенсив терапия, кардиология, гастроэнтерология палаталарын, клиник-диагностикалау лабораторияһын, госпиталдең аш бүлмәһен һәм башҡа биналарын ҡараны. Иң аҙаҡтан Рәсәй эске эштәр министы урынбаҫары корпус төҙөүҙә күрһәткән ярҙамы өсөн Рөстәм Хәмитовҡа рәхмәт әйтте.

— Был республика Президенты һүҙҙәренең эше менән бер булыуына сағыу миҫал, — тине Игорь Алешин.