7 декабрь, Шаршамбы

23 июнь 2011 йыл, 12:07

Федераль һабантуй Екатеринбургта үтәсәк

автор: Тимур Рәхмәтуллин

1-2 июлдә Екатеринбургтың «Локомотив» стадионында 11-се Федераль һабантуй үтәсәк. Рәсәйҙең 60 төбәгенән йыйылған 1,5 мең самаһы кеше байрам ҡунағы буласаҡ.

Фестиваль программаһына ярашлы, 1 июлдә (йома көндө) ҡалала күргәҙмә экскурсиялар, театрлаштырылған тамашалар һәм концерттар үтәсәк, ә киләһе көндө стадионда милли ихаталар, халыҡ кәсептәре һәм һөнәрселек предметтары экспозицияһы йәйелдереләсәк, спорт ярыштары һәм халыҡ уйындары (бағанаға менеү, тоҡтар менән көрәшеү, көршәк ватыу, күнәктәр менән йүгереү, көрәш) үткәреләсәк,  Башҡортостан, Татарстан һәм Свердловск өлкәһе сәнғәт оҫталарының концерты буласаҡ.

Башҡортостан Республикаһының Свердловск өлкәһендәге Даими вәкиллеге байрамға үҙ майҙанын әҙерләйәсәк, тип көтөлә.

Аттарҙа дефиле ла планлаштырыла: стадион буйлап 10 һабыйлы үтәсәк, ә аҡ аттағы һыбайлы байрам әләмен күтәрәсәк.

Федераль Һабантуй Рәсәйҙа 2000 йылдан башлап үткәрелә. 2003 йылда ул Бөтә донъя фольклор-мәҙәни мираҫы булараҡ ЮНЕСКО программаһына индерелде.  «Һабан байрамы» — бихисап Рәсәй халҡының яратҡан байрамдарының береһе. Татар һәм башҡорт халҡы йолаларын, ғөрөф-ғәҙәттәрен һаҡлау, үҫеп килеүсе йәш быуынды халыҡ мәҙәниәте башланғыстары менән таныштырыу, уға ылыҡтырыу фестивалдең төп маҡсаты булып тора. Ҡағиҙә булараҡ, ил һәм Рәсәй төбәктәре етәкселәре һабантуй ҡунаҡтары була.