9 декабрь, Йома

23 июнь 2011 йыл, 11:19

Ужым сәселәсәк пар баҫыуҙарының 52 проценты эшкәртелгән

автор: Ғәлиә Нәбиева

Республика эшсәндәре бер үк ваҡытта бер нисә ауыл хужалығы эштәрен алып бара. Баҫыуҙарҙы ужым культураларын сәсеүгә әҙерләү ҙә улар иҫәбендә.  Механизаторҙар парға ҡалдырылған ерҙәрҙе эшкәртеүҙе, органика ташыу һәм уның менән ашлауҙы, әсе тупраҡты эзбизләүҙе дауам итә.  

23 июнгә республикала  185741 гектар майҙанда пар ерҙәре эшкәртелгән, тип хәбәр иттеләр, БР Ауыл хужалығы министрлығының матбуғат хеҙмәтенән. Был планға ҡарата 52 процент. Бөгөнгө көндә ун район был эште тамамланы, улар иҫәбендә Ауырғазы, Баҡалы һәм Хәйбулла райондары – улар планды арттырып үтәгән. Планды арттырып үтәүгә ҡалдау ерҙәрҙе үҙләштереү булышлыҡ иткән.  Ҡырмыҫҡалы (90%), Мәләүез (99,7%) һәм Шишмә (85%) райондарына ла эштәрен осларға күп ҡалмаған.

22 июндә республика Хөкүмәтендә үткән видеоселектор кәңәшмәһендә БР ауыл хужалығы министрының беренсе урынбаҫары Николай Коваленко менән райондарҙың ауыл хужалығы идаралыҡтары һәм бүлексәләре начальниктары алдында пар баҫыуҙарын эшкәртеүҙе шәхси контролгә алыу бурысы ҡуйылды.