Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 59.36 ↑

EUR 69.71 ↓

19 август, Шәмбе

Уфа   °

Дүшәмбегә тиклем Башҡортостанда ямғырҙар яуасаҡ

Йәмғиәт

Башгидромет менән был аҙнаға күҙалланған ямғырҙар туҡтамай. Бөгөн төндә бөтә республика территорияһында төрлө интенсивлыҡтағы ямғырҙар үтте. Яңауыл, Ҡариҙел, Дыуан һәм Учалы райондарында ғына ҡоро.

«Башинформ» агентлығына Башгидромет синоптиктары хәбәр итеүенсә, көн дауамында һауа торошо үҙгәрмәйәсәк. Айырым райондарҙа секундына 20 метрға тиклем көсәйеүсән ел менән йәшенле ямғырҙар булыуы ихтимал.

Алдағы ял көндәрендә лә беҙҙе ямғырҙар көтә. Хәйер, улар артыҡ мул булмаясаҡ һәм дүшәмбегә ҡарай һауа температураһы күтәрелергә тейеш.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть