7 декабрь, Шаршамбы

23 июнь 2011 йыл, 9:32

Рөстәм Хәмитов: «Беҙ һуғыш тураһындағы хәтерҙе киләсәк быуындарға тапшырырға тейешбеҙ»

автор: Тимур Рәхмәтуллин

Хәтер һәм ҡайғы көнөндә, 22 июндә, Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында фронтҡа киткәндәр иҫтәлегенә ҡуйыласаҡ монументҡа нигеҙ ташы һалыу тантанаһында ҡатнашты.  Һәйкәл тимер юл вокзалы ҡаршыһында урын аласаҡ. Тантаналы сарала Башҡортостандың, Өфө ҡалаһының етәкселеге, һуғыш ветерандары, йәштәр булды.

— Хөрмәтле ветерандар, бөгөн тантаналы телмәр тота, фанфаралар яңғырата торған көн түгел, — тине Рөстәм Хәмитов. – Бөгөн илебеҙҙә Ҡайғы көнө. Мин шуны әйтергә теләйем: бәлки һуңлаптыр ҙа, шулай ҙа беҙ 1941 йылда Өфөнән, Башҡортостандан фронтҡа киткәндәр алдындағы мөҡәддәс бурысыбыҙҙы үтәү – уларҙы хөрмәтләп иҫкә алыу өсөн йыйылдыҡ.  Яҡын арала булдырыласаҡ монументҡа нигеҙ ташы һалабыҙ. Быны хаҡ һәм кәрәкле эштер, тип уйлайым. Был өлкәләге һеҙҙең менән беҙҙең эштәребеҙ һис шикһеҙ дөрөҫ, сөнки йәмғиәтебеҙҙә, илебеҙҙә һуғыш ҡайтауазы әле һаман ишетелә.  Беҙ һуғыш тураһындағы хәтерҙе онотмаҫҡа, уны киләсәк быуындарға тапшырырға тейешбеҙ, тип уйлайым.

Тынлы оркестр оҙатыуында Башҡортостан Президенты һәм ҡунаҡтар буласаҡ монументтың нигеҙ ташына сәскәләр һалды.

Уның тимер юл вокзалы ҡаршыһында урынлашыуы ла осраҡлы түгел: Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында Өфө егеттәре фронтҡа тап ошонан киткән. Үҙенең еңеүсе геройҙарын да Өфө халҡы ошонда ҡаршылаған.