3 декабрь, Шәмбе

22 июнь 2011 йыл, 16:33

Башҡортостан аграрийҙары Рәсәй аграр хәрәкәте съезында ҡатнаша

автор: Ғәлиә Нәбиева

БР Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары – ауыл хужалығы министры Эрнст Исаев етәкселегендәге республика делегацияһы Рәсәй аграр хәрәкәтенең V съезында ҡатнашыу өсөн Дондағы Ростовҡа юлға сыҡты.

Съезда закондар сығарыу һәм башҡарма власть, аграр бизнес, йәмәғәт ойошмалары, бөтә Рәсәй тармаҡ союздары, банктары вәкилдәре ҡатнашасаҡ, тип хәбәр иттеләр БР Ауыл хужалығы министрлығының матбуғат хеҙмәтенән. Рәсәй төбәктәренең аграр берләшмәләре делегаттары – меңдән ашыу кеше Рәсәй аграр хәрәкәте эшмәкәрлегенең йүнәлеш векторын, яңы маҡсаттарын һәм бурыстарын билдәләйәсәк.

V Съезд Рәсәйҙең аграр көстәрен бер дискуссия майҙансығында берләштергән ҙур форум буласаҡ. Съезда Рәсәй аграр хәрәкәте үҫеше өсөн дә, илдә берҙәм аграр фронт формалаштырыу өсөн дә әһәмиәтле ҡарарҙар ҡабул ителәсәк, тип планлаштырыла.