3 декабрь, Шәмбе

22 июнь 2011 йыл, 15:01

Өфө яңы устав буйынса йәшәйәсәк

автор: Евгений Рәхимҡолов

Өфө яңы устав буйынса йәшәйәсәк. Ғәмәлдәге Уставҡа үҙгәрештәр һәм өҫтәмәләр индереү буйынса йәмәғәт тыңлауҙары 23 июндә 15 сәғәттә Ҡала мәҙәниәт һарайында үтәсәк, был хаҡта Өфө ҡала Советының матбуғат хеҙмәте хәбәр итә.  

Устав федераль ҡануниәттәге бихисап үҙгәрештәргә бәйле үҙгәртелә. Унда ниндәйҙер ҡәтғи үҙгәрештәр юҡ, шулай ҙа ҡыҙыҡлы яңылыҡтары ла етерлек. Мәҫәлән, ҡала Советы депутаттарын хәҙер ҡатнаш система буйынса һайлаясаҡбыҙ – яртыһын партия исемлеге буйынса, икенсе яртыһын бер мандатлы округтар буйынса. Яңыртылған Уставта төбәктәрҙәге Контроль-иҫәп палатаһының аналогы – ҡала округының Иҫәп комиссияһы тураһында бүлек барлыҡҡа килгән.  Яңы устав шулай уҡ ҡала вәкәләттәрен федераль ҡануниәткә ярашлы хәлгә килтерә һәм урындағы үҙидара органдарының ҡаҙна учреждениеларына әйләнеүен күҙ уңында тота.