8 декабрь, Кесе йома

22 июнь 2011 йыл, 14:11

Эшҡыуарҙар Дөйөм Рәсәй халыҡ фронты программаһына тәҡдимдәрен индерҙе

автор: Людмила Терновая

Республика эшҡыуарҙары берҙәм социаль һалымды 34 проценттан 20-гә төшөрөргә тәҡдим итте. Уларҙың фекеренсә, был бизнесҡа административ йөкләмәне кәметергә мөмкинлек бирәсәк. Ошо һәм тағы бер нисә тәҡдимен  «Эшлекле Рәсәй»ҙең төбәк бүлексәһе вәкилдәре ошо көндәрҙә Дөйөм Рәсәй халыҡ фронтының халыҡ программаһына индерҙе.

Башҡортостан эшҡыуарҙары фекеренсә, Дөйөм Рәсәй халыҡ фронты бизнес мәнфәғәтендәге мәсьәләләрҙе тикшереү өсөн бик яҡшы майҙансыҡ булып тора.

— Халыҡ фронтының федераль һәм төбәк координация советы составына инеп, беҙ асыҡтан-асыҡ һәм башҡа йәмәғәт ойошмалары менән тиң хоҡуҡта халыҡ программаһына тәҡдимдәребеҙҙе индерәбеҙ, был программа артабан «Берҙәм Рәсәй» партияһы ярҙамында тормошҡа ашырыласаҡ. Һәм бындай хеҙмәттәшлек беҙҙе тулыһынса ҡәнәғәтләндерә, — тип билдәләне «Берҙәм Рәсәй» партияһының төбәк бүлексәһе ҡарамағындағы Эшҡыуарлыҡҡа һәм инновацияларға ярҙам буйынса советы рәйестәше, «Эшлекле Рәсәй»ҙең Башҡортостан төбәк бүлексәһе рәйесе Рафаэль Мәрҙәншин.