6 декабрь, Шишәмбе

22 июнь 2011 йыл, 9:51

Динир Әхмәтйәнов Бөрйән районы хакимиәте башлығы итеп тәғәйенләнде

автор: "Башинформ"

Бөрйән районы муниципаль район Советының 2011 йылдың 21 июндәге ҡарарына ярашлы, Бөрйән районы муниципаль район хакимиәте башлығы вазифаһына контракт буйынса Динир Әхмәтйәнов тәғәйенләнде.

Динир Әхмәтйәнов 1957 йылда Әбйәлил районының Ҡырҙас ауылында тыуған. Башҡортостан ауыл хужалығы институтын, Урал социаль идара һәм политология институтын тамамлаған.

Хеҙмәт эшмәкәрлеген 1979 йылда ВЛКСМ-дың район комитеты ойоштороу бүлеге инструкторы булып башлай.

1980–1981 йылдарҙа – халыҡ депутаттарының Амангилде ауыл Советы башҡарма комитеты рәйесе.

1981–1987 йылдарҙа – «Заветы Ильича» колхозының партком секретары.

1987–1990 йылдарҙа – КПСС-тың Әбйәлил райкомы ауыл хужалығы бүлеге мөдире, ойоштороу бүлеге инструкторы, райком секретары.

1990–1991 йылдарҙа – Свердловск Юғары партия мәктәбенең көндөҙгө бүлеге тыңлаусыһы, РСФСР коммунистар партияһы райкомының беренсе секретары.

1991–1992 йылдарҙа – халыҡ депутаттарының Әбйәлил район Советы башҡарма комитеты рәйесе урынбаҫары.

1992–1995 йылдарҙа – Әбйәлил районының ауыл хужалығы һәм аҙыҡ-түлек идаралығы начальнигы урынбаҫары, “Красная Башкирия” яуаплылығы сикләнгән ширҡәте директоры.

1995–2008 йылдарҙа – Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаты, Аграр мәсьәләләр, аҙыҡ-түлек, экология, тәбиғәт ресурстары һәм тәбиғәтте файҙаланыу буйынса комитет рәйесе урынбаҫары.

2008–2011 йылдарҙа – Өфөнөң Ленин районы территориаль һайлау комиссияһы рәйесе.

2011 йылдың майынан алып әлегә тиклем – Бөрйән районы хакимиәте башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы.