11 декабрь, Йәкшәмбе

22 июнь 2011 йыл, 12:00

Башҡортостан буйынса Эске эштәр министрлығының йыйылма отряды Санкт-Петербургтан ҡайтты

автор: Ольга Мортазина

Башҡортостан полицейскийҙарының йыйылма отряды Санкт-Петербургтан ҡайтты. БР буйынса Эске эштәр министрлығының 130 хеҙмәткәре Төньяҡ баш ҡалала XV иҡтисади форум үткән арала Петергофтың Константин һарайын һаҡланы. Сара бихисап дәүләттәрҙең башлыҡтарын йыйҙы, шуға күрә именлеккә айырыуса иғтибар бирелде. Петербургтағы коллегаларына ярҙамға төбәктәге Эске эштәр министрлыҡтары иң яҡшы белгестәрен оҙатты. Башҡортостандан ебәрелгәндәр араһында патруль-пост хеҙмәте хеҙмәткәрҙәре, участковыйҙар, элемтәселәр, психологтар бар ине.

— Һәр ваҡыттағыса, беҙҙең хоҡуҡ һаҡлаусыларыбыҙ үҙ бурысын «бишлегә» һәм шелтәһеҙ үтәне, — тип хәбәр иттеләр БР буйынса Эске эштәр министрлығының матбуғат хеҙмәтенән.