10 декабрь, Шәмбе

22 июнь 2011 йыл, 11:07

Грузин милли-мәҙәни үҙәге Өфөлә хәтер кисәһе ойоштора

автор: Людмила Терновая

Республиканың Халыҡтар дуҫлығы йорто ҡатнашлығында Башҡортостандағы Шота Руставели исемендәге грузин милли-мәҙәни үҙәге 25 июндә Бөйөк Ватан һуғышы башланыуына 70 йыл тулыуға арналған хәтер кисәһе үткәрә.

Сара 17 сәғәттә «Смена» кинотеатрында үтәсәк. Теләге булғандарҙың барыһы ла 1964 йылда төшөрөлгән «Һалдат атаһы» («Отец солдата») фильмын ҡарай ала. Кинотеатрҙа Бөйөк Ватан һуғышы йылдарындағы агитация плакаттарының һәм хәрби форманың күргәҙмәһе лә ойоштороласаҡ.