Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 57.65

EUR 69.07

24 сентябрь, Йәкшәмбе

Уфа   °

Урман ауылы халҡы яңы өйҙәргә 1 августа күсә башлаясаҡ

Иҡтисад

Бер юлы бер нисә төҙөлөш компанияһы Иглинда хәрби келәттә боеприпастар шартлау һөҙөмтәһендә йортонан яҙған Урман ауылы халҡы өсөн 13 коттедж һәм 24 фатирлы өс йорт төҙөү менән шөғөлләнә. Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, Урман ауылы янындағы хәрби арсеналда килеп тыуған ғәҙәттән тыш хәлдәр арҡаһында 116 кеше торлаҡһыҙ ҡалды.  

30 майҙа эшселәр йорттар төҙөүгә бүленгән майҙанды үҙләштерә башланы, ә бөгөн бында ҡыйығы ябылған кирбес йорттар ҡалҡҡан. Йорт күтәреү менән бер рәттән биҙәкләү һәм инженерлыҡ селтәрҙәрен һуҙыу кеүек эштәр ҙә алып барыла.

21 июндә Иглиндағы төҙөлөш эштәре барышын Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов тикшерҙе. Ул Урман ауылының шәхси секторында йәшәгән һәм хәрби келәттәге шартлау һөҙөмтәһендә йортһоҙ ҡалған кешеләр күсереләсәк 13 коттедждың береһен ҡараны. Уңайлы торлаҡ менән бергә халыҡ 12 сутый ерле лә буласаҡ һәм унда баҡса үҫтерә аласаҡ. Республика башлығын яңы йорттарға инженерлыҡ коммуникацияларын һуҙыу һәм уларҙың төҙөлөш эштәре сметаһына индерелгәнме-юҡмы икәнлеге ҡыҙыҡһындырҙы.

Уға яңы биҫтәне эсәр һыу менән тәьмин итеү өсөн дүрт скважина бырауланыуы һәм унда һыу йыйыу ҡулайламаларын монтажлау эштәрен башлауҙары хаҡында һөйләнеләр. Инженерлыҡ селтәрҙәрен һуҙыуға бәйле бөтөн эштәр ҙә төҙөлөш эштәре сметаһына индерелгән. Төҙөүселәр биҙәкләү эштәрен 10 июлгә тамамларға вәғәҙә бирҙе. Асҡыстар тапшырыу һәм яңы йорттарға күсеү тантанаһы 1 авгусҡа планлаштырылған.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть