Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 59.65 ↓

EUR 69.99 ↑

17 август, Кесе йома

Уфа   °

Икенсел торлаҡҡа уртаса хаҡ бөгөн Өфөлә 46,3 мең һум тәшкил итә

Иҡтисад

Уҙған аҙнала Өфөнөң икенсел торлаҡ баҙарында уртаса хаҡ 0,1 процентҡа төштө. Бөгөн ул 46,3 мең һум тәшкил итә. Бер бүлмәлеләр сегментында хаҡтар – 0,2 процентҡа, күп бүлмәлеләр сегментында иһә 0,1 процентҡа күтәрелгән. Ике һәм өс бүлмәлеләр 0,2 процентҡа арзанайған.

«Эксперт» күсемһеҙ милек агентлыҡтары селтәре аналитигы Айгөл Степанова мәғлүмәтенә ярашлы, әлеге ваҡытта иң арзан бер бүлмәле фатир ҡалала 1200 мең һумға тәҡдим ителә. Ул Ушаков урамындағы йортта урынлашҡан, майҙаны — 33 квадрат метр. Иң ҡыйбат фатир 20 миллион һумға һатыла. Достоевский урамындағы был биш бүлмәле фатирҙың  дөйөм майҙаны — 202,4 квадрат метр. Иң арзан бүлмә Губкин урамынан 550 мең һумға тәҡдим ителә, майҙаны – 11 квадрат метр. Бүлмә өсөн иң юғары хаҡ – 1350 мең һум: Пархоменко урамы, 26,2 квадрат метр.

Һатыуға ҡуйылған иң ҡыйбат коттедж 16300 мең һумға тәҡдим ителә. Ул Уптыла урынлашҡан, майҙаны -  423 квадрат метр.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть