10 декабрь, Шәмбе

21 июнь 2011 йыл, 17:14

Урман мәктәбендәге ремонт эштәре 1 авгусҡа тамамланасаҡ

автор: Ғәлиә Нәбиева

Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов Иглин районының Урман ауылында мәктәпте тергеҙеү барышын тикшерҙе. Әлеге ваҡытта төҙөүселәр таяуҙарын һәм ҡыйығын алмаштырыу эштәрен ослай. 24 июнгә был этап тамамланырға тейеш.

Рөстәм Хәмитов мәктәп иҙәнен демонтажлау барышын ҡараны, шулай уҡ төҙөүселәрҙән инженер селтәрҙәренең ниндәй хәлдә булыуы менән ҡыҙыҡһынды. Эшселәр һүҙҙәренсә, инфраструктураның бөтә системаһы ла ныҡ зыян күргән, өҫтәүенә иҫкергән. Шуға күрә яҡын арала барлыҡ коммуникациялар ҙа санитар талаптарға яуап биргән яңыларына алмаштырыласаҡ.  

Республика Президенты мәктәптең туҡланыу блогын да ҡараны, унда ла әлеге мәлдә ремонт бара. 1 авгусҡа бында әүәлге иҫке бәләкәй ашхана урынына 240 баланы хеҙмәтләндереүгә иҫәпләнгән заманса блок ҡалҡып сығырға тейеш.

Төҙөлөш эштәрен «21-се трест» төҙөлөш компанияһы асыҡ акционерҙар йәмғиәте башҡара. Бөгөн Урман ауылы мәктәбен тергеҙеүгә йөҙҙән ашыу төҙөүсе йәлеп ителгән, улар һүтеү һәм яңынан төҙөү эштәрен алып бара.

Киләһе аҙнала уларҙы биҙәү эштәре оҫталары алмаштырасаҡ. Республика башлығына төҙөүселәр Урман мәктәбендәге ремонтты 1 авгусҡа тамамларға вәғәҙә бирҙе. 15 августа уҡ унда уҡыу өсөн кәрәкле бөтә йыһаз-ҡорамалдар ҙа ҡуйыласаҡ. Бынан тыш, мәктәп яны территорияһы ла был ваҡытҡа төҙөкләндерелергә тейеш.