6 декабрь, Шишәмбе

21 июнь 2011 йыл, 16:48

Урман ауылындағы балалар баҡсаһы тәрбиәләнеүселәрен ҡабул итә башланы

автор: Ғәлиә Нәбиева

Иглин районының Урман ауылындағы балалар баҡсаһына 20-ләгән бала йөрөй, бында ике төркөм асылған. Бөгөн Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов мәктәпкәсә белем биреү учреждениеһындағы ремонт барышын һәм бинаның торошон тикшерҙе.

Балалар баҡсаһы мөдире Валентина Жеребцова әйтеүенсә, ҡыҫҡа ваҡыт эсендә төҙөүселәр тәҙрәләрен яңыртҡан, ҡыйыҡ ябыу эштәрен башҡарған. Ремонт үткән ике төркөм балаларҙы ҡабул итә башлаған. Дөйөм алғанда 20-гә яҡын бала балалар баҡсаһына йөрөй.  

Хәрби арсеналдағы фажиғәғә тиклем был тораҡ пункттағы балалар баҡсаһына 75-100 бала йөрөгән, дүрт төркөм эшләгән.

Әлеге ваҡытта балалар баҡсаһы тәрбиәләнеүселәренең бер өлөшө төрлө һауыҡтырыу учреждениеларында һаулығын нығыта.

Төҙөүселәр ремонт эштәрен дауам итә, улар тамамланғас, баҡса биләмәһе төҙөкләндереләсәк, яңы уйын майҙансығы барлыҡҡа киләсәк.

Балалар баҡсаһы хеҙмәткәрҙәре һәм Урман ауылы халҡы ваҡытлы ярҙам өсөн республика Президентына ҙур рәхмәтен еткерҙе.